Йәмғиәт
29 Июля , 12:24

Ихаталарға яңы һулыш

Республикала Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тарафынан «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса төҙөкләндерелгән ихаталарҙы яңыртыу буйынса программа эшләй башланы. Ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин Еңеүҙең 30 йыллығы урамындағы 15, 15а, 19, 21, 23, 23а йорттарында йәшәүселәр менән осрашып, ошо программала ҡатнашыу мәсьәләһен тикшерҙе.

Ихаталарға яңы һулышИхаталарға яңы һулыш
Ихаталарға яңы һулыш

Ҡала хужалығы идаралығы начальнигы урынбаҫары Юлиә Байғужина халыҡҡа яңы программаның шарттарын ентекле аңлатты:
- Бында һүҙ тап «Башҡорт ихаталары» буйынса төҙөкләндерелгән ихаталарҙы яңыртыу тураһында бара. Йылдар үтеү менән уйын майҙансыҡтары таушалған, ҡайһыларылыр емерелгән. Программала ҡатнашҡан осраҡта, милекселәр эштәрҙең ни бары 10 процентын ғына түләй, ә ҡалған 90 проценты муницпалитет һәм республика бюджетынан ҡаплана. Ихатағыҙҙы ремонтлау кәрәкме-юҡмы икәнлеген үҙегеҙ дөйөм йыйылышта хәл итәһегеҙ, - тип аңлатты Юлиә Байғужина.
- Әлеге программала ҡатнашыу мөһим. Беҙ балаларыбыҙҙың именлеген тәьмин итергә бурыслыбыҙ. Был майҙансыҡ 2020 йылдан бирле файҙаланыла. Ул туҙған һәм тиҙҙән яраҡһыҙ хәлгә киләсәк. Ул осраҡта, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса, уны һүтергә бурыслыбыҙ. Ә урынына яңы майҙансыҡтар ҡуйыу мөмкинлеге юҡ, сөнки «Башҡорт ихаталары» программаһы әлегә туҡтатылды. Шуға әле һеҙҙең ҙур булмаған сумма түләп, ихатағыҙҙы яңыртыу мөмкинлеге бар, - тине Марат Зәһиҙуллин, халыҡ менән аралашып.
Йорттарҙа йәшәүселәр быға ҡаршы түгел, тик уларҙы борсоған һорауҙар ҙа юҡ түгел.
- Кисен һәм төнөн бында даими сит үҫмерҙәр компаниялары йыйыла. Спиртлы эсемлектәр ҡулланыу осраҡтары ла бар, улар шаулай, ҡысҡырыша. Беҙгә ял тураһында хыялланырға ғына ҡала. Июндә мәктәп лагерҙары эшләгән осорҙа айырыуса хәл көсөргәнешле булды. Майҙансыҡҡа сит балалар килеп тула, улар уйын ҡорамалдарын вата, конструкцияларға күмәкләшеп менеп ултыралар, ғөмүмән, тәртипһеҙ ҡыланалар. Ә кәрәк саҡта, участковый юҡ. Саҡыртһаҡ, һуңлап килә, ул ваҡытҡа тәртип боҙоусылар таралып өлгөрә. Биләмәне патрулләүҙе көсәйтеүҙе һорайбыҙ, - тип зарланды халыҡ.
- Был мәсьәләне шәхси контролгә алам. Эске эштәр бүлеге етәкселегенә ғариза ебәрәм, - тип вәғәҙә итте ҡала башлығы. - Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең даими профилактик тикшереүҙәр уҙғарыуы мөһим. Дөрөҫ, әле йәйге каникулдар ваҡыты, балалар күп ваҡыттарын урамда уҙғара, уйнайҙар, көлөшәләр. Был ғәҙәти күренеш. Әммә киске сәғәт 11-ҙән һуң шауларға ярамай, сөнки был ваҡытта кешеләр йоҡлай. Гипертония менән сирләгән кешеләр бар, уларға айырыуса тыныслыҡ кәрәк.
Ҡала хакимиәте башлығына халыҡ башҡа көнүҙәк проблемалар тураһында ла һөйләне. Шуларҙың береһе - ихатаға ингән урында ямғырҙар ваҡытында күпләп һыу йыйылыуы.
- Был мәсьәлә беҙҙе нисәмә йылдар борсой. Яҙлы-көҙлө беҙҙең ихатаға ингән урын хәүеф майҙанына әүерелә. Балалар мәктәпкә барғанда ла юл аша сыға алмай интегә, улар урап йөрөргә мәжбүр. Проблеманы хәл итеү юлы булырмы? - тине халыҡ борсолоп.
- Вәғәҙә итәм, был мәсьәлә хәл ителәсәк. Эште ямғыр ваҡытында шәхсән үҙем ҡабул итәсәкмен. Белгестәр менән килеп хәлдең нисек үҙгәреүен тикшерербеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Марат Зәһиҙуллин.

Башҡа һорауҙарҙың барыһы ла эшкә алынды.

Ихаталарға яңы һулыш
Ихаталарға яңы һулыш
Ихаталарға яңы һулыш
Ихаталарға яңы һулыш
Ихаталарға яңы һулыш
Ихаталарға яңы һулыш
Автор:Дина Галеева
Читайте нас