

Унда хәрби хәрәкәттәр һәм дәүләт именлеге органдары ветерандары, ҡала хакимиәте вәкилдәре, йәмәғәт хәрәкәте активистары ҡатнашты. Гранит постаментҡа ал сәскәләрҙе тауыш-тынһыҙ ғына һалдылар. Феликс Эдмундович Дзержинскийҙың исеме кемдәр өсөндөр тәртип өлгөһө булһа, икенселәр өсөн ул әлегә тиклем бәхәсле шәхес булып ҡала.
Ул киткәндән һуң йөҙ йыл үткәс, беҙ икенсе илдә йәшәйбеҙ, әммә милли именлек, коррупцияға ҡаршы көрәш һәм суверенитетты яҡлау мәсьәләләре беҙҙең алда шулай уҡ киҫкен тора.
Граниттағы Дзержинский йыйылыусыларға үҙенең ауыр, үткер ҡарашы менән ҡарап, әйтерһең дә:« Ул саҡта беҙ яҡлағанды һаҡлап ҡалдығыҙмы?» тигән кеүек ине.
Земфира ҒӘФҮРОВА.
Ольга ИСАКОВА фотолары.