газета "Салауат"
+20 °С
Облачно
Йәмғиәт
24 Июля , 09:24

Скверҙа яңы скульптура

Әлеге ваҡытта «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә Космонавтар бульварындағы аллеяны төҙөкләндереү дауам итә. Тиҙҙән бында яңы арт-объект - паркы скульптураһы Салауатҡай барлыҡҡа киләсәк.

Скверҙа яңы скульптураСкверҙа яңы скульптура
Скверҙа яңы скульптура

- Яңы биләмәнең иң сағыу үҙәге Салауатҡайҙың ҙурайтылған күсермәһе буласаҡ. Ул балаларҙың да, ололарҙың да күңеленә хуш килер, тип ышанабыҙ. Беҙ ҡаланы яҡшы яҡҡа үҙгәртеүҙе дауам итәбеҙ, һәм Космонавтар  бульвары - бергәләп йәшәү өсөн заманса һәм уңайлы мөхит булдырыуҙың сираттағы дәлиле, - тип хәбәр итте ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин.
22 июлдә ҡала башлығы скульптура өҫтөндә эшләгән Салауат рәссамы Илнур Ильясовтың оҫтаханаһында ҡунаҡта булды. 
- Салауатҡай ябай фигура ғына түгел, ә балаларҙы ла, өлкәндәрҙе лә ҡыуандырырлыҡ ҡаланы ысын һаҡлаусы буласаҡ, - тип уртаҡлашты Марат Зәһиҙуллин.
Эштәр тамамланыуға табан бара, һәм тиҙҙән Салауатҡай беҙҙе яңы, матур бульварҙа сәләмләр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: скверҙы реконструкциялауҙың икенсе сираты йылы ваҡытта ҡала байрамдары һәм концерттары үтәсәк амфитеатр, шулай уҡ әүҙем  спорт һәм экстрим һөйөүселәр өсөн заманса скейт-парк булдырыуҙы күҙаллай. Бынан тыш, эттәрҙе йөрөтөү өсөн махсус зона ла барлыҡҡа килә. 
Фотолар Марат Зәһиҙуллиндың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Скверҙа яңы скульптура
Скверҙа яңы скульптура
Скверҙа яңы скульптура
Скверҙа яңы скульптура
Автор:Дина Галеева
Читайте нас