

Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, юғары профессионализмы һәм Салауатта хәрби-иҫәп эшен ойоштороуға һәм йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәне өсөн ҡаланың хәрби комиссары Фәндәлиф Ниғмәтдинов ҡала хакимиәтенең почет грамотаһы менән бүләкләнде.
- Фәндәлиф Мирзанур улы оҙаҡ ваҡыт ҡалабыҙҙың хәрби комиссары булып эшләне, әммә отставкаға китергә ҡарар итте, - тип аңлатты Марат Зәһиҙуллин. - Бөтә хеҙмәткәрҙәребеҙ һәм ҡала халҡы исеменән уға эше өсөн рәхмәт белдерәм.
- Рәсәйгә Һәм Салауат ҡалаһына хеҙмәт итәм! - тине Фәндәлиф Ниғмәтдинов.
Салауат ҡалаһының хәрби комиссариаты начальнигы вазифаһына Олег Тройно тәғәйенләнде. Ул хәрби хеҙмәткә саҡырыу бүлеге офицеры вазифаһында эшләй башлай, бер нисә йыл дауамында Башҡортостан Республикаһының хәрби
комиссариатында хәрби хеҙмәткә саҡырыу бүлеге начальнигы була. 2020 - 2024 йылдарҙа - Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез һәм Федоровка райондарының хәрби комиссары. Икенсе һәм өсөнсө дәрәжә «Хәрби хеҙмәттәге уңыштары өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән.
- Олег Анатольевич, һеҙгә уңыштар теләйбеҙ! - тине Марат Зәһиҙуллин. - Оҙайлы хеҙмәттәшлеккә өмөт итәм.
- Башланғыс этапта ярҙам итеүегеҙҙе һорайым, - тип яуапланы Олег Тройно.
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, эшендә юғары профессионализмы һәм урындағы үҙидара органдарын үҫтереүгә ҙур шәхси өлөш индергәне өсөн хакимиәттең почет грамотаһына территориаль бүлектәр менән эшләү һәм урындағы үҙидара органдары менән үҙ-ара эш итеү идаралығының Салауат ҡалаһы буйынса бүлек начальнигы Салауат Рәхмәтуллин лайыҡ булды.
- Салауат Ғәйнулла улы һуңғы биш йылда ер мөнәсәбәттәре буйынса комитет менән етәкселек итте. Уның менән эшләү миңә уңайлы булды, башҡалар ҙа шундай фекерҙәлер, тип уйлайым. Ул - үҙ ҡарашы булған конкрет кеше, - тип билдәләне Марат Зәһиҙуллин. - Хәҙер ул яңы эшкә күсә - бәйләнеште юғалтмаҫбыҙ, тип ышанам. - Хөрмәтле коллегалар, мин һәр
ваҡыт ҡалабыҙ, республикабыҙ мәнфәғәтендә эшләнем. Мин Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы бүлеген ҡалдырмайым, ә етәксе булып икенсе территориаль бүлеккә күсәм, - тип өҫтәне Салауат Рәхмәтуллин.
Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ «Трамвай идаралығы» мунципаль унитар предприятиеһын яңы директоры менән таныштырҙылар. Вазифаға Сергей Кораблин тәғәйенләнде. Ул водителдән автотранспорт участкаһы начальнигына тиклем юл үтә, «Трамвай идаралығы»нда юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса баш ревизор булып эшләй.
- Беҙҙең алда ҙур бурыстар тора. Трамвай идаралығын көсәйтергә теләйбеҙ - ошо йүнәлештә эш алып барабыҙ, - тине Марат Зәһиҙуллин.
Салауат хакимиәтенең ҡала хужалығы идаралығы начальнигы урынбаҫары вазифаһына Илдар Заһитов тәғәйенләнде.
- Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт иткәндән һуң, Илдар Миңлеәхмәт улы хеҙмәт юлын водителдән башлай. 10 йыл дауамында «Салауатбыяла» предприятиеһында эшләй. Һуңынан ҡала хужалығы идаралығында бүлек начальнигы була, ҡала хужалығы идаралығы начальнигы урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнгәнгә тиклем «Флора» муниципаль бюджет учреждениеһы директоры урынбаҫары вазифаһын биләй, - тине Марат Зәһиҙуллин.