

ҮҘГӘРЕҮ ДАУАМ ИТӘ
Ҡала үҙәген үҙгәртеү былтыр уҡ «Өн аралаш ете төш» концептуаль проектынан башланғайны. Был миҙгелдә эшселәр икенсе этапҡа: ҡала хакимиәте бинаһы тирәләй япманы алмаштырыу һәм яңы рекреацион зоналар булдырыуға тотондо.
Проект буйынса, майҙан яңы эскәмйәләр һәм өҫтәмә йәшелләндереү менән тулыланасаҡ. Йәйәүлеләр хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында майҙанға ингән ерҙәрҙә ике киң яһалма тигеҙһеҙлек урынлаштырасаҡтар. Бындай алымдар Гагарин һәм Беренсе май урамдарында үҙҙәренең һөҙөмтәлелеген раҫланы ла инде. Уларҙың береһе майҙанды Дзержинский урамы менән тоташтырасаҡ, ә иң ҙуры хакимиәт бинаһы алдында барлыҡҡа киләсәк. Әммә тикшереү барышында көнүҙәк проблемалар ҙа асыҡлана. Хәҙер ҡала архивы һәм ашханаһы урынлашҡан хакимиәт бинаһының подвалын һыу баҫып яфалай.
- Беҙ хакимиәттең подвалына һыу үтеү проблемаһын асыҡланыҡ. Хәҙер коммуникацияларҙы һәм документтар фондын һаҡлап ҡалыу өсөн гидроизоляция эштәре алып барабыҙ, - тип аңлатма бирҙе ҡала хужалығы идаралығы начальнигы
вазифаһын башҡарыусы Юлиә Байғужина.
НЕФТЕХИМИКТАР СКВЕРЫ
Һуңынан делегация «Нефтехимик» мәҙәниәт һарайы янындағы скверҙы реконструкциялауҙы тикшереүгә һәм төҙөкләндереүҙең иң мөһим этабына - үҙәк элементты - 15 метрлыҡ колоннаданы биҙәйәсәк материалды раҫлауға күсте.
«Газпром нефтехим Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Рөстәм Казаков ҡала хакимиәте башлығына биҙәү ташының өс өлгөһөн тәҡдим итте. Ентекле фекер алышыуҙан һуң ансамблгә бик яҡшы тура килгән берҙән-бер вариант - тығыҙ аҡ таш раҫлана.
- Скверҙа диаметры 15 метрлыҡ колоннада барлыҡҡа киләсәк, - тип һөйләне Рөстәм Казаков. - Ул ҡаланың ике төп бинаһының - билдәле колонналары менән дан тотҡан «Нефтехимик» мәҙәниәт һарайының һәм шулай уҡ ошо бөйөк архитектура элементына эйә булған хакимиәт йортоноң етди стиленә ярашлы башҡарыласаҡ. Был конструкцияның ҡала халҡы өсөн яңы йәлеп итеү урынына әйләнеүенә өмөтләнәбеҙ. Ул еңел һәм тантаналы стилдә уйланылғанға күрә, был майҙансыҡ яңы өйләнешкән парҙарҙың күңеленә лә хуш килер. Бөгөн беҙ материалды тулыһынса раҫланыҡ. Бынан тыш, иҫке юл селтәренә яңы йәйәү йөрөү зоналары өҫтәлә. Скверҙы реконструкциялауҙы тулыһынса беҙҙең предприятие финанслай. Ярҙам бүлеү тураһында ҡарарҙы генераль директор Евгений Семенько үҙе ҡабул итте. Хәҙер проект ҡала хакимиәтендә һуңғы раҫлау үтә, шунан һуң килешеүгә ҡул ҡуйыуға күсәсәкбеҙ.
Әлегә яңыртыу йәмәғәт киңлектәренә генә ҡағыла. XX быуаттың икенсе яртыһындағы архитектура ҡомартҡыһыбулған мәҙәниәт һарайы үҙ сиратын көтә.
- «Нефтехимик» мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанға килгәндә, уны күләмле реконструкциялау әлегә кисектерелеп тора. Бина мәҙәни мираҫ объекты булараҡ һаҡ аҫтында, шуға, ниндәй генә эш булмаһын, ул айырым рөхсәт талап итә. Бынан тыш, биләмә предприятиеның милке булып торғанға ла, тормошҡа ашырыу схемаһы ҡатмарлыраҡ. Киләһе йылда бюджет мөмкинлектәренән сығып эш итәсәкбеҙ. Шулай ҙа мәҙәниәт һарайының фасадтарын яңыртырға һәм аҙ мобилле граждандар өсөн инеү төркөмөн йыһазландырырға планлаштырабыҙ. Ике йыл элек ҡыйыҡҡа капиталь ремонт яһағайныҡ - хәҙер өҫтән һыу үтмәй. Уның тышҡы йөҙөн тәртипкә килтерергә ваҡыт, - тип өҫтәне Рөстәм Казаков.
Салауатты төҙөкләндереү - ҡаланың тарихи үҙәген һәр кеше өсөн уңайлы итеүгә йүнәлтелгән берлектәге эш.
Ольга ИСАКОВА фотолары.