Йәмғиәт
22 Июля , 05:48

Яуап тотор мәл етер

Ҡалалағы нормативтар мәсьәләһе, миллионлаған бурыстар һәм йылылыҡ селтәрҙәренең насар торошо хәүеф уята. Был хәлгә асыҡлыҡ индерер өсөн ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин һәм БашРТС-тың генераль директоры Максим Петров проблемалы адрестар буйынса сыҡты.

Яуап тотор мәл етерЯуап тотор мәл етер
Яуап тотор мәл етер

АСФАЛЬТ ҠАЙҘА?
Беренсе туҡталыш Беренсе май урамы булды. Бер йыл элек уны реконструкциялағандан һуң тантаналы рәүештә асҡайнылар, тротуарға  плитка түшәлгән. Ул саҡта урындағы халыҡ ниңә ер аҫтындағы йылылыҡ трассаһы өҫтөнә таш түшәргә, тип башын һелкетеп ҡуя. Торбалар серек, баҫым юғары, уларҙы гел ремонтлап торорға кәрәк. Юҡҡа хафаланмай улар - йәйәүлеләр зонаһының бер  өлөшөн йәнә сигнал таҫмаһы менән уратып ҡуялар - тағы авария. Матурлыҡ артында проблема йәшеренгән булып сыға. Тыштан ялтырай, эстән ҡалтырай, тиһәк тә хата һаналмаҫ.
Һуңынан тикшереүселәр Чекмарев урамына табан юлланды. Бында планлы капиталь ремонт бара - быйыл бөтә  ҡалаға 3,5 километр торбанан 700 метр. Максим Петров ҡала башлығын 1 сентябргә, ремонттан һуң балалар художество мәктәбе асылыуға, асфальт яңы кеүек буласаҡ, тип ышандырҙы. Ышанғы килә.
Әммә салауаттарҙы ҡаҙылған соҡорҙар түгел, ә һуңынан күмдерергә онотолғандары, йәки йүнләп тәртипкә килтерелмәгәндәре нығыраҡ борсой. Салауат Юлаев бульварындағы  20-се йорт янында тротуар урынына - ҡырсынташтан бутҡа. Ресурс менән тәьмин итеүсе ойошма хеҙмәткәрҙәре тупраҡтың ныҡлап ултырыуын көттөк, ти.
- Егерме беренсе быуатта һеҙ ошо терминды ҡулланаһығыҙмы? - тип туранан-тура Һораны ҡала Советы депутаты Илдар Ханмырҙин БашРТС вәкилдәренән. - Ниңә бөтә донъяла технологиялар территорияны шунда уҡ тәртипкә килтерергә мөмкинлек бирә, ә һеҙгә тупраҡтың ултырыуы кәрәк? 

Яуап ғәҙел булды: ямғырҙар ҡамасаулай. Шулай ҙа ер өҫтәргә, тигеҙләргә һәм хатта газон сәсергә вәғәҙәләнеләр. 
Киләһе пункт - ҡала дауаханаһы. Күрше урынлашҡан ике күп фатирлы йорт эҫе һыуһыҙ ҡалған. Бында селтәрҙәрҙең үҙенсәлектәре уратып үтә торған линияны эшләргә мөмкинлек бирмәй. Тотҡарлыҡтың сәбәбе ябай - Октябрьский урамындағы ҙур авария арҡаһында ун квартал эҫе һыуһыҙ ҡала. Бөтә көстәрҙе шунда йүнәлтәләр. Мэрҙың ни өсөн күрше ҡалаларҙан бригадалар алып килергә ярамай,тигән һорауына БашРТС директоры дөрөҫөн әйтте: башҡа ҡалалар ҙа ҡышҡа әҙерләнә, үҙҙәренә эшсе ҡулдар етмәй. Эшселәргә хеҙмәт хаҡын арттырып, льготалар һәм өҫтәмә түләүҙәр бирһәләр лә, кадрҙар ҡытлығы бөтә республикала көнүҙәк булып ҡала. 

Ленинград урамындағы 7-се йортта ла хәлдәр яҡшынан түгел. Ике йыл элек бында торбаны йүнәткәндәр. Асфальтты ҡутарып, эште тамамлағас, тишекте тупраҡ менән ҡаплағандар... һәм онотҡандар. Хәҙер халыҡ өйҙәренә эләгеү өсөн
күләүектәр һәм убылған соҡор аша һикереп йөрөргә тейеш. Асыҡланыуынса, белгестәр баштан уҡ иҫке ремонттың сифатлы булыуына шикләнә. Ваҡыт уларҙың һүҙе дөрөҫкә сығыуын күрһәтә. Эштәрҙе башларға йыйыналар. Халыҡтан
түҙеүҙәрен һоранылар: ҡырсын түшәләсәк, ә бына асфальт кире һалынырмы-юҡмы - быныһы ҙур һорау тыуҙыра.
ЯУАП ТОТОР МӘЛ ЕТЕР
Проблемалы урындарҙы үтеп сыҡҡандан һуң ҡала хакимиәтендә ултырыш уҙғарылды. Бында һөйләшеү тоны үҙгәрҙе. Ҙур һандар математикаһы башланды. Салауаттың төп проблемаһы  бөгөн ерҙә түгел, ә судтарҙа йәшеренә. Бер нисә йыл инде ҡалала счетчикһыҙ йорттарҙы йылытыу өсөн законлы норматив юҡ. Иҫкеһен суд ғәмәлдән сығара,  яңыһы раҫлана, әммә шунда уҡ туҡтатыла - ул шул тиклем ҙур булып сыға, ҡала халҡының түләүҙәре ике тапҡырға арта. Бынан ҡайһы бер идара итеүсе компаниялар файҙалана. Судтарға һылтанып, 2019 йылдан алып БашРТС-ҡа йылылыҡ өсөн түләүҙән туҡтай. Миллионлап бурыс йыйыла.
- Бер компания банкротлыҡта, тағы бер нисәһен шул яҙмыш көтә. Ә аҙағы билдәле: идарасы компания аҡса «артыҡ алынған» тип, йылылыҡ селтәрҙәренән суд аша 13,5 миллион һумды кире ҡайтарта. Ләкин был аҡсаны кешеләргә бирмәгән, - тине БашРТС-тың генераль директоры Максим Петров. 
Был буталсыҡты туҡтатыр өсөн властар ике юл күрә. Икеһе лә еңелдән түгел. Беренсеһе  - 2027 йылдың ғинуарынан шул уҡ юғары нормативты индереү. Квитанцияларҙа хаҡ 1,5-2 тапҡырға артасаҡ. Ун мең самаһы кеше йәшәгән ҡаланың
иҫке өлөшөндәге ололар өсөн был оло фажиғәгә әүереләсәк. Социаль «революция» тәьмин ителәсәк.
Икенсе юл - иҫәп приборҙарын күпләп ҡуйыу. Йылылыҡ иҫәпләгестәр реаль  ҡулланыуҙы күрһәтәсәк. Кем туңа - аҙыраҡ түләй, экономиялаһаң, түләүең дә аҙыраҡ була. Был ғәҙел, әммә ҡиммәт. Бына бында БашРТС ауырлыҡты үҙ иңенә алырға әҙер. План шундай: 2026 йылдың аҙағына тиклем ҡаланың иҫке өлөшөндәге бәләкәй йорттарға идара итеүсе компанияларҙың бөтә  йорттарын иҫәп приборҙары менән йыһазландырырға. 2027 йылда туранан-тура идара итеүҙә булған йорттарға тотонорға. Ә башҡалар өсөн: йә үҙҙәре ҡуйһын, йә бер йылға БашРТС-тан бүлеп түләү менән алһындар. 
Бында финанс бәхәсе барлыҡҡа килде. Идара итеүсе компаниялар зарлана: БашРТС ҡуйған өсөн 1,2 миллион һум һорай, ә шәхси ойошмалар 380-400 мең һумға эшләргә әҙер. Ресурс менән тәьмин итеүселәр былай тип яуап бирә: сит фирмалар арзан ҡорамалдар ҡуя, улар бер миҙгелдән һуң ватыла, ә иҫәпләүҙәр асыҡ булырға тейеш.
- Кешеләрҙән квадрат метр өсөн 0,0345 гигакалорий йыяһығыҙ, ә беҙгә 0,0220-шәр түләйһегеҙ. Айырма ҡайҙа? Счетчикка ла аҡсайыя алманығыҙмы ни? - тип ҡаты һораны БашРТС вәкилдәре идара итеүсе компания директорҙарынан. 

Тегеләре, ғәҙәттәгесә, йортта йәшәүселәр араһында түләмәүселәр булыуға  һәм өмөтһөҙ бурыстарҙы юҡҡа сығарыу тураһындағы закондың юҡлығына һылтанды. Был хәлдән бер генә сығыу  юлы бар - килешеү төҙөү. Әгәр 2027 йылға тиклем иҫәп приборҙары ҡаланың 247 йортонда барлыҡҡа килмәһә  (тап шунса йорт Салауатта ошондай ҡорамалдар менән йыһазландырылмаған), дәүләт норматив индерәсәк, һәм кешеләр хаҡтарҙың артыуына ризаһыҙлыҡ белдереп  урамға сығасаҡ. Шуға күрә әле иҫәпләү ҡорамалдарын ҡуйыу буйынса ҡаты график төҙөлә.  Әгәр ниндәйҙер компания халыҡ менән эшләүҙән баш тартһа, БашРТС, энергияны  һаҡлау тураһында 261-се федераль законға таянып, үҙе мәжбүр итәсәк. Ҡыш тау артында түгел. Салауатта ул иҫке торбаларҙың ныҡлығын ғына түгел, намыҫты ла һынау ваҡыты булырға вәғәҙәләй. 

Ольга ИСАКОВА фотолары.

Яуап тотор мәл етер
Яуап тотор мәл етер
Яуап тотор мәл етер
Яуап тотор мәл етер
Автор:Дина Галеева
Читайте нас