Йәмғиәт
21 Июля , 05:30

Дуҫлыҡ күпере һәм ярҙам

Салауат ҡала Советы депутаттары Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһына сираттағы хәйриә сәфәрен ҡылды. Был юлы маҡсаттары - «Тергеҙелеү» инвалид балаларҙы социаль реабилитациялау үҙәгенә ярҙам итеү, урындағы коллегалар менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөү һәм ҡаланың тергеҙелеү барышы менән танышыу ине.

Дуҫлыҡ күпере һәм ярҙамДуҫлыҡ күпере һәм ярҙам
Дуҫлыҡ күпере һәм ярҙам

Депутаттар һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам итеү эшен 2012 йылда уҡ башлағайны. Ә 2025 йылдың аҙағынан депутаттар Салауат ҡалаһының ғына түгел, ә Красный Лучтағы ғаиләләргә лә ярҙам итә. Ҡала Советы секретары Гөлнара Канюкова башланғысы менән ойошторолған беренсе сәфәргә былтыр декабрҙә юллана. «Тергеҙелеү» үҙәгенә хәйриә ярҙамы менән барған төркөм составына депутаттар Роман Максимов, Рафаэль Солтанғужин, Илдар Ханмырҙин һәм уның улы Герман инә.  Быйыл улар йәнә юлға сыға. Был юлы уларға Кристина Гейко ла ҡушыла. Юлдың еңел булмауына ҡарамаҫтан, депутаттар үҙҙәре менән кәрәкле йөктө алып барып еткерә. Кристина Гейко юл буйындағы күренештәрҙе хәтерләп:
- Сик аша сыҡҡас та, янған ағастарҙы, эшкәртелмәгән баҫыуҙарҙы күреү йөрәкте әрнетте. Урындағы халыҡ  хәүеф арҡаһында ерҙе эшкәртә алмай, хатта һыуҙы  ла һатып алырға мәжбүр, - тип уртаҡлашты.
Шулай ҙа, депутаттарҙың һүҙҙәренсә, кешеләрҙең рухы һынмаған, ә ҡалала тормош дауам итә.

Сәфәр барышында депутаттар Волгоградтағы Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына арналған һәйкәл янында ла тәртип урынлаштырып, ата-бабалар иҫтәлегенә хөрмәт күрһәттеләр.

«Тергеҙелеү» үҙәгендәге осрашыу бик йылы үтә. Гөлнара Канюкова билдәләүенсә, был сәфәрҙәрҙең һөҙөмтәһе бар: үҙәккә өҫтәмә бина бүленгән, ә депутаттар уны йыһазландырыу  өсөн кәрәкле материалдар, мебель һәм линолеум алып
килгән. Балаларға депутат Гүзәл Сафина бешергән сәк-сәк тә тапшырылды. Үҙәк етәксеһе Галина  Дашевская:

- Яңғыҙ түгеллегебеҙҙе тойоу беҙгә артабан эшләргә ҙур көс бирә, - тип рәхмәтен белдерҙе.
Тантаналы өлөштән һуң, делегация ағзалары Башҡортостан Республикаһы ярҙамы менән тергеҙелә башлаған ҡала буйлап экскурсияға сыҡты. Тәүҙә төбәгебеҙ бүлгән финанс  ярҙамы иҫәбенә яңыртылған спорт комплексына баралар.
Был спорт залы һәм бассейны менән ҙур спорт комплексы буласаҡ. Объектты 2026 йыл аҙағына тапшырыу планлаштырыла.

Артабан делегация «Миус-Фронт» мемориаль комплексына юллана. Оҙаҡ йылдар иғтибарҙан ситтә ҡалған тарихи ер, Президент  Владимир Путиндың указы менән, 2025 йылдан башлап ңы һулыш ала. Мемориал быйыл 9 майҙа асыла.

Комплекстың үҙенсәлеге - 260 баҫҡыстан торған «Геройҙар баҫҡысы». Гөлнара Канюкова аңлатыуынса, был һан осраҡлы түгел: шахтерҙар тап ошо көндәр дауамында ҡаты оборона тотҡан. Мәңгелек утҡа сәскәләр һалғандан һуң, Илдар
Ханмырҙин мемориалдың архитектураһына иғтибар итте: аҡ граниттан эшләнгән комплекс бер яҡтан Бөйөк Ватан һуғышы батырлығын, икенсе яҡтан - махсус хәрби операциялағы заманса тарихты сағылдыра. Музейҙа легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың шәхси әйберҙәре һаҡлана. Депутаттар шулай уҡ Ивановка ауылындағы 112-се дивизия яугирҙарына ҡуйылған һәйкәлгә лә барҙы. Красный Луч депутаттары был һәйкәл тураһында белмәгән дә, хәҙер был урынды үҙ ҡарамағына алған.
Сәфәрҙе йомғаҡлап, Салауат депутттары Красный Луч депутаттарын ҡунаҡҡа саҡырҙы. Әлегә улар дистанцион хеҙмәттәшлек итәсәк: эш тәжрибәһе менән  уртаҡлашыу өсөн түңәрәк өҫтәлдәр, онлайн-сессиялар уҙғарасаҡтар.
- Осрашыуҙың һөҙөмтәһе бар: беҙ социаль реабилитация үҙәгенә бина менән ярҙам иттек, теге йәки был хәл килеп тыуғанда нимә эшләргә кәрәклеге тураһында һөйләнек, - ти Роман Максимов.
Кристина Гейко республиканың башҡа ҡалаларын да ошондай шефлыҡ эштәренә ҡушылырға саҡырҙы. Уның фекеренсә, һәр төбәк үҙенең мөмкинлектәренән сығып, ошондай изге эштәргә өлөш индерә ала, сөнки ярҙамға мохтаж йүнәлештәр бихисап.
Илдар Ханмырҙиндың һүҙҙәре буйынса, бындай сәфәрҙәр тик сәйәси йәки иҡтисади мәсьәләләрҙе генә түгел, ә кешеләрҙең рухи  берҙәмлеген дә нығыта. Туғыҙынсы тапҡыр ошо ерҙәргә аяҡ баҫҡан депутат өсөн һәр килеү - яуаплылыҡ һәм
ғорурлыҡ тойғоһо. Салауат һәм Красный Луч вәкилдәренең был осрашыуы - оҙайлы һәм емешле хеҙмәттәшлектең башы ғына. Алда - яңы проекттар,  берлектәге инициативалар. Гөлнара Канюкова билдәләп үтеүенсә, был эштәрҙең төп маҡсаты - тарихи хәтерҙе һаҡлау ғына түгел, ә кешеләрҙең тормош сифатында яҡшыртыу.

Сәфәрҙең тағы бер мөһим ваҡиғаһы - Красный Луч һәм Салауат ҡалалары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу булды.

Дуҫлыҡ күпере һәм ярҙам
Дуҫлыҡ күпере һәм ярҙам
Дуҫлыҡ күпере һәм ярҙам
Дуҫлыҡ күпере һәм ярҙам
Дуҫлыҡ күпере һәм ярҙам
Автор:Дина Галеева
Читайте нас