

«АСБ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән Валерий Аймурзин Башҡортостан Республикаһында төҙөлөш комплексының иң яҡшы ташсыһы тип танылды. Ярыштар 2026 йылдың 14 июлендә «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» Бөтә Рәсәй профессиональ оҫталыҡ конкурсының төбәк этабы барышында ойошторолдо. Был конкурс төбәктә Төҙөүселәр көнөнөң 70 йыллығына арналған саралар серияһына башланғыс бирҙе.
Бәйгелә ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов, БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова, Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Хәбибуллин, Өфөнөң Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов, «Харт Девелопмент» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте компаниялар төркөмөнә нигеҙ һалыусы Артур Харисов, шулай уҡ республиканың төҙөлөш комплексының үҙ-үҙен көйләүсе ойошмалары вәкилдәре сәләмләне.
— Быйыл 70 йыллығын билдәләгән Төҙөүселәр көнө алдынан беҙ егерме йыл тирәһе республиканың иң көслө ташсыһын асыҡлау өсөн конкурс үткәрәбеҙ. Был — тармағыбыҙҙың төп сараһы. Төҙөлөш компаниялары етәкселәренә ҡатнашыусыларҙы эштәр ҡыҙған мәлдә объекттарҙан ебәреп, үҙ оҫталыҡтарын күрһәтергә мөмкинлек биргәндәре өсөн рәхмәт, — тип билдәләне үҙенең сәләмләү һүҙендә Артем Ковшов.
Конкурс сиктәрендә почетлы ҡунаҡтар флешмобта ҡатнашты. Ғәҙәттәге ҡәләм һәм блокнот урынына чиновниктар һәм төҙөлөш компаниялары етәкселәре ҡулдарына мастерок алып, кирбес һалыу буйынса үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте.
Сарала шулай уҡ Рәсәй реестрының БР буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец, БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы вәкилдәре, Төҙөүселәрҙең милли берекмәһе комитеты рәйесе урынбаҫары Павел Малахов (Мәскәү) һәм башҡалар ҡатнашты.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ярыштар Зәйнәб Биишева урамында төҙөлөп ятҡан «Пьермонт» торлаҡ комплексы майҙансығында үтте. Конкурста Өфөнән, Өфө районынан, Нефтекаманан һәм республиканың башҡа ҡалаларынан кирбес һалыу буйынса 18 профессионал ҡатнашты. Ҡатнашыусылар үҙҙәренең ғәмәлдәге оҫталыҡтарын күрһәтте һәм хеҙмәтте һаҡлау, эштәрҙе башҡарыу технологияһы мәсьәләләре буйынса теоретик белемдәрен раҫланы.
Конкурс йомғаҡтары буйынса «Башҡортостандың иң яҡшы ташсыһы-2026» исеменә «АСБ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән Валерий Аймурзин лайыҡ булды. Икенсе урында – «БГС» тресы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән Анатолий Аптыҡаев. Өсөнсө урында – «РЕГИОНСТРОЙ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән Ғаяз Аҡымбаев.
Еңеүселәргә һәм призерҙарға аҡсалата бүләктәр, дипломдар һәм спонсорҙарҙан ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһы ла Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш министрлығынан рәхмәт хаттары алды.
Белешмә өсөн: 2025 йылда Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсы яңыртылды һәм «Кадрҙар» милли проектының «Хеҙмәт кешеһе» федераль проектының төп сараһына әүерелде. Ярыштар эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү һәм тармаҡ өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләү маҡсатында үткәрелә.
«Иң яҡшы ташсы» номинацияһында төбәк этапын ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә, шулай уҡ Башҡортостан Төҙөүселәр ассоциацияһы ярҙамында республиканың үҙкөйләнешле ойошмалары.
Сығана: «Башҡортостан» гәзите.
Автор:Рәшит Кәлимуллин
Фото: Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте.