Йәмғиәт
14 Июля , 11:52

Салауаттағы хәл яғыулыҡ баҙарына йоғонто яһамай

Бөгөн, 14июлдә, Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге ойошторған брифинг барышында яғыулыҡ баҙарындағы хәл тикшерелде. Унда республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Олег Тыщенко менән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова ҡатнашты. Салауат ҡалаһы заводтарына дошмандың пилотһыҙ осоу аппараттарының һөжүме Башҡортостандың яғыулыҡ хәленә йоғонтоһо булырмы, тигән һорау ҙа яңғыраны.

Салауаттағы хәл яғыулыҡ баҙарына йоғонто яһамайСалауаттағы хәл яғыулыҡ баҙарына йоғонто яһамай
Салауаттағы хәл яғыулыҡ баҙарына йоғонто яһамай

- Дөйөм алғанда, республикала яғыулыҡ баҙары бик баланслы – был беҙҙең заводтар һәм башҡа төбәктәрҙән килтерелгәне. Шуға күрә Салауатта булған ваҡиғалар яғыулыҡ баҙарына йоғонто яһамаясаҡ. Беҙҙең етештереү ҡеүәттәре төбәкте артығы менән тәьмин итергә мөмкинлек бирә, бынан тыш, запас та бар. Хәҙер халыҡҡатынысланырға һәм үҙебеҙ үк булдырған шау-шыуҙы үткәреп ебәрергә саҡырам. Яғыулыҡ етерлек күләмдә буласаҡ, - тип ышандырҙы ОлегТыщенко. 

Ул төбәктә һауа һөжүменә ҡаршы оборона системаһы, мобиль-ут төркөмдәре эшләүен, ә республика башлығының, торлаҡ ведомстволарының һәм Федераль именлек хеҙмәтенең кәрәкле эште башҡарыуын билдәләне.

- Бөгөн Салауат ҡалаһы заводтарына дошмандың пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүм итте. Хеҙмәттәр уны ваҡытында кире ҡаҡты, һөҙөмтәлә БПЛА емереклектәре төшкән урындарҙа төтәгән усаҡтар булды. Оператив хеҙмәттәр эҙемтәләрҙе бөтөрөүгә тотондо. Әле янғын һүндерелгән һәм завод технологик цикл сиктәрендә эшләй башлаясаҡ, - тип аныҡлыҡ индерҙе ул.

Фото: скриншот. 

 

Автор:Дина Галеева
Читайте нас