

Эксперттар билдәләүенсә, сираттарҙың сәбәбе - төбәктәге яғыулыҡ инфраструктураһының ике төрлө булыуында.
«Әгәр эре селтәрҙәр үҙ заводтары менән эшләһә, бәләкәй автозаправкалар яғыулыҡты биржала һатып ала. Яғыулыҡты биржала һатып алыу менән бәйле ауырлыҡтар бар, шуға ваҡ автозаправкаларҙың 20 проценты эшләмәй. Йөкләмә ҙур АЗС-тарға төштө. Өҫтәүенә, беҙҙең төбәккә башҡа төбәктәрҙән водителдәр килә, сөнки Башҡортостанда яғыулыҡ менән хәл яҡшыраҡ. Һәм һуңы бер нимә - ығы-зығы ҡуптарыу. Хәҙер канистрҙарға һәм мискәләргә тыйыу индерелде, кешеләр үҙҙәрен тынысыраҡ тота башланы. Әле АЗС-та һәр икенсе чек кире ҡайтарыла: әйтәйек, водитель 30 литр һорай, әммә 20 литр ғына һыя. Был ваҡытты ала».