Йәмғиәт
14 Июля , 12:41

95-се маркалы бензин менән проблемаларҙың сәбәбе

Республикаға идара итеү үҙәгендә бөгөн үткән брифингта ни өсөн 95-се маркалы бензинға ҡытлыҡ булыуы тураһында һөйләнеләр.

95-се маркалы бензин менән проблемаларҙың сәбәбе95-се маркалы бензин менән проблемаларҙың сәбәбе
95-се маркалы бензин менән проблемаларҙың сәбәбе

Республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Олег Тыщенко әйтеүенсә, 92-се бензинды етештереү еңелерәк. 

«Өфөлә 2-3 көн эсендә хәл тотороҡланасаҡ. Тәү сиратта, был проблема ҙур ҡалаларҙа - Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм башҡа ҡалаларҙа хәл ителәсәк».

Шулай уҡ «Башнефть» яғыулыҡ ҡойоу станцияһында ни өсөн бөтә колонкаларҙың да эшләмәүе борсолоу тыуҙыра.

«Автозаправкалау станцияларында, бигерәк тә ҙурҙарында, бер ҡасан да һәр резервуарға айырым колонка тоташтырылмай. Ғөмүмән, колонкалар төркөмө - бер резервуарҙан, икенселәре икенсеһенән яғыулыҡ ала. Әгәр резервуарҙа яғыулыҡ бөтһә, колонкаларҙың яртыһы һүндерелә. Әгәр, мәҫәлән, резервуарҙа ремонт үткәрелһә, икенсеһе эшләй. Был халыҡҡа уңайлы булһын өсөн шулай эшләнелгән».

Автор:Дина Галеева
Читайте нас