газета "Салауат"
+19 °С
Облачно
Йәмғиәт
10 Июля , 09:50

Ҡумта эсендәге шатлыҡ осҡоно

Салауаттар «Берҙәм Рәсәй» партияһы тарафынан 14-се тапҡыр ойошторолған «Ҡыйыулыҡ ҡумтаһы» хәйриә акцияһында әүҙем ҡатнашты. Бүләктәрҙе Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә балалар дауаханаһында дауаланыусы балаларға тапшырҙылар. Изге эшкә депутаттар, белем биреү ойошмалары, учреждениелар, битараф булмаған кешеләр ҡушылды.

Ҡумта эсендәге шатлыҡ осҡоноҠумта эсендәге шатлыҡ осҡоно
Ҡумта эсендәге шатлыҡ осҡоно

- Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө - беҙгә иң мөһим ҡиммәттәрҙе-яҡындарыбыҙ хаҡында хәстәрлек күреүҙе, мәрхәмәтлелекте һәм берҙәмлекте иҫкә төшөрөүсе байрам. Бөгөн «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе ҡала хакимиәте менән берлектә «Ҡыйыулыҡ ҡумтаһы»н балалар дауаханаһындағы пациенттарға тапшыра. Ярҙам күрһәткән һәр кемгә ихлас рәхмәтемде белдерәм. Ҡумта эсендә ябай бүләктәр түгел, ә шатлыҡ осҡоно ла, сөнки ул балаларға аҙға ғына булһа ла ауырыуҙарын онотоп торорға ярҙам итә, - тине «Берҙәм Рәсәй» партияһының  урындағы бүлексәһе башҡарма секретары Гөлнара Сөләймәнова.
- Ҡәҙерле балалар, хөрмәтле ата-әсәләр, дуҫтар! Бөгөн Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн билдәләйбеҙ.  Ошо яҡты байрамда ҡала дауаханаһында ата-әсәләре менән бергә сиргә ҡаршы көрәшкән балаларға бүләктәр алып килдек. Уны тотош ҡала менән йыйҙыҡ. Һеҙ - ысынлап та батырһығыҙ, сөнки сирҙәргә ҡаршы ҡыйыу көрәшәһегеҙ. Пациенттарыбыҙҙың дауахананан тиҙерәк һауығып сығыуын теләйбеҙ, - тине хакимиәт башлығы урынбаҫары Ирина Борисова.

- Балаларға ошондай яҡты көн бүләк иткәндәре өсөн бөтә дауахана исеменән ҡала хакимиәтенә, депутаттарға,  «Берҙәм Рәсәй» партияһына, сит кеше бәләһенә битараф булмаған һәр кемгә сикһеҙ рәхмәтемде еткерәм. Аңлайым, дауаханала үткән йәй - ул балалар хыялланған ял түгел. Ләкин ошо бәләкәй генә сюрприздар һеҙгә көс һәм дәрт өҫтәр, тип ышанам. Сөнки  яҡшы кәйеф - ул үҙе дауа, һауығыуҙы тиҙләтә, - тине ҡала дауаханаһының баш врачы Азат Ҡотоев.
Тантаналы һүҙҙәрҙән һуң балалар «Ҡыйыулыҡ ҡумтаһы»нан бүләктәр алды.
Рамаҙанға 11 йәш. Дауаханаға йәкшәмбе эләккән.
- Элек бронхиаль астма менән ятҡайныҡ, хәҙер диагноз бөтөнләй икенсе. Бындай байрамды көтмәгәйнек тә. Балаларға күрһәткән иғтибарҙары  һәм хәстәрлектәре өсөн ойоштороусыларға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ, - ти малайҙың әсәһе Светлана Ҡунаҡбаева.
- Бөгөн ҡумтанан өҫтәл баскетболын һайланым. Спорт менән дуҫмын,  футбол уйнарға яратам. Элек «Спартак»та шөғөлләндем,  әле «Зенит»тамын. Дауаханала ятыу күңелһеҙ: мин гел хәрәкәттә булырға ғәҙәтләнгәнмен, ваҡыт та яй үтә. Шуға палаталаш дуҫтарым менән ошо уйынды уйнаһаҡ, көн дә тиҙ уҙыр, бәлки, - ти Рамаҙан. 

Ҡумта эсендәге шатлыҡ осҡоно
Ҡумта эсендәге шатлыҡ осҡоно
Ҡумта эсендәге шатлыҡ осҡоно
Ҡумта эсендәге шатлыҡ осҡоно
Ҡумта эсендәге шатлыҡ осҡоно
Ҡумта эсендәге шатлыҡ осҡоно
Ҡумта эсендәге шатлыҡ осҡоно
Ҡумта эсендәге шатлыҡ осҡоно
Ҡумта эсендәге шатлыҡ осҡоно
Ҡумта эсендәге шатлыҡ осҡоно
Ҡумта эсендәге шатлыҡ осҡоно
Ҡумта эсендәге шатлыҡ осҡоно
Ҡумта эсендәге шатлыҡ осҡоно
Ҡумта эсендәге шатлыҡ осҡоно
Ҡумта эсендәге шатлыҡ осҡоно
Ҡумта эсендәге шатлыҡ осҡоно
Автор:Дина Галеева
Читайте нас