газета "Салауат"
+19 °С
Облачно
Йәмғиәт
10 Июля , 06:11

Тормош асҡысы - мөхәббәттә, нигеҙ ныҡлығы - тоғролоҡта

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә, ҡала ЗАГС-ында ике быуын осрашты - ул көндө Валерий Швецов менән Софья Скорнякова никахтарын теркәне, ә Елизавета Семеновна һәм Валерий Всеволодович Гребенчуктар ғаилә ҡороуҙарының алтын юбилейын билдәләне. Йәштәр оло тормош юлына аяҡ баҫһа, алтын пар үҙҙәренең тиңһеҙ мөхәббәте һәм ныҡлы тоғролоғо менән яңы өйләнешеүселәргә сикһеҙ өлгө булып тора.

Тормош асҡысы - мөхәббәттә, нигеҙ ныҡлығы - тоғролоҡтаТормош асҡысы - мөхәббәттә, нигеҙ ныҡлығы - тоғролоҡта
Тормош асҡысы - мөхәббәттә, нигеҙ ныҡлығы - тоғролоҡта

Йәштәр алты йыл элек дуҫтарының тыуған көнөндә таныша.
- Никахыбыҙҙың ошо датаға тура килеүенә шатбыҙ һәм бәхетлебеҙ. Ул шул тиклем яҡты, матур байрам, - ти улар. - Алыҫта йәшәгән туғандарыбыҙ күп, йә береһе, йә икенселәре ҡайта алмай. Әле иһә уларҙың барыһын да бергә йыя алдыҡ.
Улар бер-береһе тураһында шул тиклем ихлас һөйләй, хистәренең саф булыуы әллә ҡайҙан һиҙелә.
- Беҙ уның менән күп нимәлә оҡшашбыҙ. Икебеҙ ҙә тыныс, баҫалҡы, ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙ ҙа уртаҡ, - тип уртаҡлаша Софья.
- Ә ул мине һәр нимәлә хуплап, ярҙам итеп тора, - тип һүҙгә ҡушыла Валерий.
Йәштәрҙең киләсәккә пландары ҙур, яҡты:
- Тыуған ҡалабыҙҙа төпләнергә уйлайбыҙ. Маҡсатыбыҙ изге - балалар үҫтереү, уларҙы лайыҡлы кешеләр итеп тәрбиәләү.
Һәм бына... йәш пар Мендельсон маршы аҫтында тантана залына уҙҙы. Уларҙың никахын ЗАГС бүлеге начальнигы Люциә Әлибаева теркәне.
- Һеҙ бөгөн тормошоғоҙҙоң яңы, сағыу битен асаһығыҙ. Ҡорған ғаиләгеҙ ныҡ, татыу булһын, йортоғоҙҙа сабый тауыштары яңғырап торһон. Бер-берегеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәгеҙ, - тине ул йәштәргә мөрәжәғәт итеп.
Яңы өйләнешкән пар, һөйөү билдәһе итеп, бер-береһенә алтын балдаҡтар кейҙерҙе.
Люциә Әлибаева ярты быуат ғаилә усағын дөрләтеп йәшәүсе Гребенчуктарға мөрәжәғәт итеп былай тине:
- Алтын туй - йылдар һынауына бирешмәгән оло мөхәббәттең сағылышы. Һеҙҙең ярты быуат иңгә-иң терәп йәшәүегеҙ күңелдә һоҡланыу һәм хөрмәт уята. Тормош юлында барыһы ла булғандыр: шатлығы ла, ҡайғыһы ла. Тик һеҙ һынауҙарға бирешмәй, ғаилә усағын һаҡлап ҡала алғанһығыҙ. 

Гребенчуктар, ҡорған нигеҙҙәре ҡотло, ныҡлы булһын, тип, үҙҙәренең ғаилә усағы йылыһының бер өлөшөн йәштәргә тапшырҙы.
Иң төп документ - Никах тураһында таныҡлыҡты, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлауын, ҡала хакимиәтенән бүләктәрҙе хакимиәт башлығы урынбаҫары Ирина Борисова тапшырҙы.
- Никахығыҙ шундай матур байрамда - Ғаилә, мөхәббәт Һәм тоғролоҡ көнөндә теркәлде. Ғаилә - ул йәмғиәттең ныҡлы нигеҙе. Ғүмер юлын бергә үтергә вәғәҙә биргәнһегеҙ икән, шуға тоғро ҡалығыҙ, һеҙгә ғүмер биргән ата-әсәләрегеҙгә рәхмәтле булығыҙ. Тормош юлығыҙ бәхет менән балҡып торһон, бөгөнгө саф мөхәббәт хистәрен ныҡлы һаҡлағыҙ, - тине ул.
Ветерандар советы рәйесе Суфия Етеханова ла йәштәргә һәм алтын юбилярға изге теләктәрен юлланы, матур бүләктәр тапшырҙы.

Артабан вальс булды. Йәштәрҙең артынан, алтын юбиляр ҙа бейеүгә төштө.
Гребенчуктар ғаиләһе тормош һынауҙарына бирешмәҫ өсөн түҙем булырға кәрәк, тип иҫәпләй:
- Ғүмер итеү - баҫыу үтеү түгел, сөнки тормош шатлыҡ-ҡыуаныстан ғына тормай, ә ҡатмарлыҡтары ла байтаҡ. Ғаилә бәхетенең сере ябай - мөхәббәттә, бер-береңде ихтирам итеүҙә һәм сабырлыҡта. Юҡ-барға үпкәләп бармаҫҡа, насар һәм кәрәкмәгән нимәләрҙе оноторға кәрәк. Беҙҙең барыбыҙ ҙа төрлө холоҡло, ғәфү итә белеү - ҙур батырлыҡ. Шуға ла никахыбыҙҙы һаҡлап ҡала алғанбыҙҙыр.
Юбилярҙарҙан танышыу көнөн хәтерләйһегеҙме, тип ҡыҙыҡһындыҡ. «Әлбиттә!» тип яуапланы улар бер тауыштан.
- Комбинаттағы турбазала туристик слет үтә ине. Ҡыҙҙар егеттәрҙе бейеүгә саҡыра. Мин дә үҙ сиратымды көтөп торам, әммә Елизавета миңә иғтибар итмәй. Янына барып: «Ниңә һин мине бейергә саҡырмайһың?» - тип һорағанға ул тәүҙә ҡурҡып китте, һуңынан: «Ни өсөн әле мин улай эшләргә тейеш?» - тине эре генә, - тип көлөп һөйләй Валерий Всеволодович. Үҙемә саҡырырға тура килде. Шул мәлдә үк уның буласаҡ йәрем икәнен тойҙом.
- Мин үҙем Тамбовтан. Бында институттан һуң йүнәлтмә буйынса эшкә килгәйнем. Дөрөҫөн әйткәндә, тәғәйен ваҡыттан һуң кире ҡайтып китермен, тип уйлағайным. Бына нисек килеп сыҡты - икенсе яртымды осраттым да, ошонда ғүмерлеккә ҡалдым, - ти Елизавета Семеновна.
Улар ике балаға - Павел һәм Дмитрийға ғүмер биргән, лайыҡлы тәрбиәләп, оло тормош юлына сығарған.

Валерий Всеволодович ғүмер буйы комбинатта, ә Елизавета Семеновна мәғариф системаһында эшләй, балалар баҡсаһы мөдире вазифаһына тиклем үрләй.
- Бер-берегеҙгә булған йылы хистәрегеҙҙе һаҡлағыҙ, ҡорған ғаиләгеҙ дауылдарға бирешмәҫлек булһын. Беҙҙең кеүек алтын туйға барып етергә яҙһын, - тине йәштәргә тәжрибәле ғаилә пары.

Тормош асҡысы - мөхәббәттә, нигеҙ ныҡлығы - тоғролоҡта
Тормош асҡысы - мөхәббәттә, нигеҙ ныҡлығы - тоғролоҡта
Тормош асҡысы - мөхәббәттә, нигеҙ ныҡлығы - тоғролоҡта
Тормош асҡысы - мөхәббәттә, нигеҙ ныҡлығы - тоғролоҡта
Тормош асҡысы - мөхәббәттә, нигеҙ ныҡлығы - тоғролоҡта
Тормош асҡысы - мөхәббәттә, нигеҙ ныҡлығы - тоғролоҡта
Тормош асҡысы - мөхәббәттә, нигеҙ ныҡлығы - тоғролоҡта
Тормош асҡысы - мөхәббәттә, нигеҙ ныҡлығы - тоғролоҡта
Тормош асҡысы - мөхәббәттә, нигеҙ ныҡлығы - тоғролоҡта
Тормош асҡысы - мөхәббәттә, нигеҙ ныҡлығы - тоғролоҡта
Тормош асҡысы - мөхәббәттә, нигеҙ ныҡлығы - тоғролоҡта
Автор:Дина Галеева
Читайте нас