

Һәр почта бүлексәһендә иғтибарлы, кешелекле хеҙмәткәрҙәр эшләй. Кемдәр улар почта элемтәһе операторҙары, уларға ниндәй ауырлыҡтар менән осрашырға тура килә? Был хаҡта Салауат ҡалаһының 15-се почта элемтәһе бүлексәһе етәксеһе Екатерина Хәбибуллина һөйләй.
- Беҙҙең бүлектә 10 кеше эшләй - алты оператор һәм дүрт почтальон. Беҙ бик ҙур участканы хеҙмәтләндерәбеҙ, бүлексәгә ҡаланың яңы райондары ҡарай. Операторҙар күсереүҙәрҙе, коммуналь хеҙмәттәрҙе ҡабул итә, машиналарҙы страховкалай, гәзит-журналдарға яҙҙырта. Беҙҙең операторҙар - бер үк ваҡытта психолог та, кәңәшсе лә. Кешеләр беҙгә төрлө хәлдәр менән килә: кемдер яңылыҡтар көтә, кемдер ярҙам һорай. Беҙҙең бурыс - уларҙы тыңлау, кәрәкле хеҙмәтте күрһәтеү һәм йылмайып оҙатып ҡалыу. Почтальондарҙың эше айырыуса иғтибарға лайыҡ. Фәүриә Ҡарабаева кеүек хеҙмәткәрҙәр, һауа торошона ҡарамайынса, көн һайын хат-хәбәрҙәрҙе адресаттарына еткерә. Был - ҙур сыҙамлыҡ һәм фиҙаҡәрлек талап иткән хеҙмәт, - тип һөйләй Екатерина Александровна.
Екатерина Хәбибуллина был бүлектә бер йыл эшләй, ә быға тиклем ун йыл икенсе бүлеккә етәкселек итә. Уның өсөн почта эше - ул, тәү сиратта, аралашыу. Сабырлыҡ, иғтибарлылыҡ, түҙемлек - бына ошо сифаттар уға һәм уның командаһына көндәлек бурыстарҙы үтәргә ярҙам итә. Ҡайһы берҙә почтаға кеше күңелһеҙләнеп килә, ә йылмайып сығып китә. Кемгәлер ярҙам итеүемдән ҡәнәғәтлек алыу - эшмәкәрлек йүнәлешен үҙгәртергә теләмәүемдең тағы бер сәбәбе ти ул.
- Мин үҙ эшемде, коллективымды яратам. Һөнәри байрамыбыҙ алдынан почта элемтәһе хеҙмәткәрҙәренә сабырлыҡ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ энергия һәм клиенттарҙан мөмкин тиклем күберәк рәхмәт һүҙҙәре ишетеүен теләйем. Сөнки һәр посылка - ул кемдеңдер тормош тарихы, һәр конверт - кемдеңдер һағыныуы йәки шатлығы. Почта хеҙмәткәрҙәре - ҡалаларҙы һәм кешеләрҙең йөрәктәрен тоташтырып торған күпер, - ти ул.
Техника һәм роботтар күпме генә камиллашмаһын, кеше ҡулы менән тапшырылған хаттың йәки посылканың ҡиммәте һаҡланып ҡала. Ул - иғтибарҙың, хәстәрлектең һәм алыҫтағы яҡындар менән бәйләнештең матди сағылышы.
Зилә СӘЛИМОВА.