Йәмғиәт
2 Июля , 06:55

Уртаға һалып һөйләшеү

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров муниципалитеттың граждандар йәмғиәте институттары активы менән осрашты. «Нефтехимик» мәҙәниәт һарайы музейында үткән дискуссия барышында йәмәғәт берекмәләре вәкилдәре, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, Салауат ҡала советы депутаттары, дин әһелдәре, ирекмәндәр төбәктең ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләрен тикшерҙе.

Уртаға һалып һөйләшеүУртаға һалып һөйләшеү
Уртаға һалып һөйләшеү
 
Төбәк етәксеһе шулай уҡ муниципалитет үҫешенең төп йүнәлештәрен билдәләне.
– Беҙ республикаға инвестициялар йәлеп итеү өҫтөндә әүҙем эшләйбеҙ. Һәм һуңғы йылдарҙа уларҙың күләме тотороҡло арта. Салауаттың был йәһәттән перспективалары бик яҡшы. Предприятиелар үҫешә, яңы сәнәғәт проекттары бар. Шул уҡ ваҡытта социаль өлкәне лә яҡшыртыу мөһим, - тине Радий Хәбиров. - Киләһе йылда Көнсығыш районында мәктәп төҙөй башлайбыҙ. Халыҡ уны бик көтә. Юлдарҙы ремонтлауға өҫтәмә финанслау бүләсәкбеҙ. Ҡала мөхитен үҫтереүгә оҙаҡ ваҡыт тейешле иғтибар бүленмәгән. Хәҙер беҙ был хәлде төҙәтәбеҙ. Дөйөм алғанда, булған мәсьәләләрҙе яҡшы аңлайбыҙ һәм уларҙы планлы хәл итәсәкбеҙ.
Радий Хәбиров Салауат хакимиәте башлығы Марат Заһиҙуллинға мөрәжәғәт итеп, муниципалитет өсөн өҫтөнлөклө бурыстарҙы үтәү урындағы властарҙың төп эшенә әйләнергә тейешлеген билдәләне:
- Һеҙҙең эшегеҙҙә бөгөн ошо залда йыйылған кешеләргә таяныу мөһим.
Башҡортостан Башлығы осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Ҡаланың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ирина назарова «Башавтотранс»тың яңы автобустары килеүе тураһында һораны.
- Быйыл «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса 83 автобус һатып алырға ниәтләйбеҙ. Улар Салауатҡа ла оҙатыласаҡ, - тип хәбәр итте Радий Хәбиров. - Әлбиттә, улар ҡаланың төп йәмәғәт транспорты төрҙәренең береһе булған трамвайҙар паркы ла яңыртыуҙы талап итеүен аңлайбыҙ. Был йүнәлештә лә эшләйәсәкбеҙ.
Осрашыуҙа һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы мөхит булдырыу тураһында ла һорау яңғыраны.
- Бөтә яңы һәм реконструкцияланған йәмәғәт объекттарында бөтә регламенттарҙы иҫәпкә алып, мотлаҡ уңайлы мөхит булдырабыҙ. Был йәһәттән эшҡыуарҙар менән дә эшләйбеҙ. Иң мөһиме, беҙ айырым кешеләргә ҡарата хәлде үҙгәртә алдыҡ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
Төбәк башлығы халыҡ – төрлө өлкәләр һәм институттар вәкилдәре менән даими аралашыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уның фекеренсә, кабинетта бер нәмә лә хәл ителмәй, халыҡ менән диалог - уңыш асҡысы, тик шунда ғына кешеләрҙең кәйефен аңларға мөмкин. Радий Хәбиров әйтеүенсә, ҡала активы – муниципалитеттың кәйефен, тәртибен һәм киләсәген билдәләгән кешеләр. Ул уларҙы иптәштәре тип атай. 
 
Фото Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Автор:Дина Галеева
Читайте нас