Йәмғиәт
2 Июля , 15:13

Радий Хәбиров Тамыш ауылындағы «Абхазия азатлығы» һәйкәленә сәскәләр һалды

2 июлдә Абхазияға рәсми сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 1992-1993 йылдарҙағы дәүләт бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғыш геройҙарын хөрмәтләп иҫкә алды.

Радий Хәбиров Тамыш ауылындағы «Абхазия азатлығы» һәйкәленә сәскәләр һалдыРадий Хәбиров Тамыш ауылындағы «Абхазия азатлығы» һәйкәленә сәскәләр һалды
Радий Хәбиров Тамыш ауылындағы «Абхазия азатлығы» һәйкәленә сәскәләр һалды

Абхазия Президенты Бадра Гунба, илгә эш сәфәре менән килгән Рәсәй Президенты Хакимиәте Етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар менән бергә төбәк етәксеһе Тамыш ауылындағы «Абхазия азатлығы» һәйкәленә сәскәләр һалды.

Мемориаль комплекс 1993 йылда Тамыш десант операцияһы барышында һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә булдырылған. Тантаналы сара был ваҡиғаның 33 йыллығына арнала.

Сарала ҡатнашыусылар һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.

Автор:
Читайте нас