Йәмғиәт
2 Июля , 06:06

Оло юлға фатиха

Салауат медицина колледжы студенттарына дипломдарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.

Оло юлға фатихаОло юлға фатиха
Оло юлға фатиха
Төбәк етәксеһе Салауат медицина колледжында үткән диплом тапшырыу тантанаһында ҡатнашып, йәш белгестәрҙе уҡыуҙарын тамамлауҙары менән ҡотланы. Төбәк етәксеһе уҡытыусыларға ла намыҫлы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
- Бөгөн бик үҙенсәлекле көн. Һеҙҙе еңел булмаған, әммә бик сағыу уҡыу осороноң тамамланыуы менән ҡотлайым. Алда оло тормош көтә, - тине Радий Хәбиров. - Әлбиттә һәр кемдең үҙ юлы буласаҡ: кемдер белемен камиллаштырыр, ә күптәр республиканың дауаханаларына һәм поликлиникаларына эшкә барыр. Нисек кенә булмаһын, һеҙҙең бик кәрәкле һөнәр һайлауығыҙға шигем юҡ.
- Быйыл беҙҙең медицина колледждары һәм уларҙың филиалдары 3 меңдән ашыу белгес әҙерләгән. Республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһы уларҙы бик көтә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Беҙҙең идара итеү командаһы медицина учреждениеларын әүҙем үҫтерә, шуға күрә һеҙ уңайлы шарттарҙа эшләй  һәм кешеләргә ярҙам итеү бурысын үтәй алаһығыҙ.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин да өгөт-нәсихәт һүҙҙәре менән сығыш яһаны.
Быйыл Салауат медицина колледжы 255 белгес әҙерләгән, улар «Дауалау эше», «Акушерлыҡ эше» һәм «Шәфҡәт туташы эше» һөнәрҙәре буйынса уҡыуын тамамлаған. Ә 1955 йылда белем биреү учреждениеһына нигеҙ һалынғандан алып уны бөтәһе 12 мең кеше тамамлаған. Сығарылыш уҡыусыларының күпселеге Башҡортостандың медицина ойошмаларында эшләй.
Фотолар «Выбор» гәзитенән.
Оло юлға фатиха
Оло юлға фатиха
Оло юлға фатиха
Оло юлға фатиха
Автор:Дина Галеева
Читайте нас