Йәмәғәт киңлеге ҡаланың үҙәк өлөшөн яңыртыуҙың берҙәм планына инә. 2024 йылда был башланғыс уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттары Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулай. Беренсе этапты тормошҡа ашырыуға федераль, төбәк һәм урындағы бюджеттарҙан 180 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтелде.
Дзержинский урамындағы аллеяны төҙөкләндереү йәйәүлеләр япмаһын алмаштырыуҙы, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү системаларын монтажлауҙы, парк мебелен ҡуйыуҙы һәм өҫтәмә йәшелләндереүҙе күҙ уңында тота.
Бынан тыш, республика башлығы «Нефтехимик» мәҙәниәт һарайы эргәһендәге сквер биләмәһен ҡараны. «Газпром нефтехим Салауат» компанияһы объектты төҙөкләндереүгә 80 миллион һум самаһы йүнәлтә. Проект урамдарҙы яҡтыртыуҙы, видеокүҙәтеү камераларын һәм колоннадаларҙы ҡуйыуҙы күҙ уңында тота.
Радий Хәбиров Салауатта йәмәғәт киңлектәрен эҙмә-эҙлекле яңыртыуҙарын һәм был эштең дауам итәсәген билдәләне.
– Дзержинский урамын тәртипкә килтерәсәкбеҙ, мәҙәниәт һарайы эргәһендә яңы сквер төҙөүҙә «Газпром нефтехим Салауат» ярҙам итәсәк, - тине төбәк етәксеһе. - Киләһе йылда Салауаттың үҙәк өлөшөн үҫтереүҙе дауам итәсәкбеҙ. Был ҙур хеҙмәт тарихы булған матур ҡала. Элек бында уңайлы мөхит мәсьәләләренә етерлек иғтибар бирелмәгән, ә хәҙер әкренләп халыҡ өсөн заманса һәм уңайлы урын булдырабыҙ.
Фотолар Башҡортостан башлығының матбуғат хеҙмәтенән.