

25 - се башҡорт гимназияһын тамамлаусыларҙы тамаша залында йыйылыусылар: уҡытыусылар, ата-әсәләр аяҡ өҫтө баҫып ҡаршы алды. Быйыл гимназияны 28 уҡыусы тамамлай. Уларҙың һигеҙе алтын миҙалға лайыҡ, ә Альбина Казанова химия буйынса 100 балл йыйған.
- Ҡәҙерле сығарылыш класы уҡыусылары! Үҙемдән һәм бөтә педагогик коллективтан һеҙҙе башҡорт гимназияһын тамамлауығыҙ менән ихлас ҡотлайым. Күптән түгел генә 1-се класҡа килһәгеҙ, хәҙер инде оло тормош юлына аяҡ баҫырға йыйынаһығыҙ. Ниндәй генә ҡыйынлыҡтар осрамаһын, уларҙы тырышып еңеп сығыуығыҙҙы, маҡсаттарығыҙға ҡыйыу ирешеүегеҙҙе теләйем. Зур рәхмәтемде ата-әсәйҙәргә белдерәм. Балаларығыҙ шул тиклем тырыш, изге күңелле. Ун бер йыл буйы һеҙ беҙгә терәк булдығыҙ, ярҙам иттегеҙ. Уҡытыусыларға ла оло рәхмәт. Уларҙың тырышлығы арҡаһында уҡыусылар имтихандарға тырышып әҙерләнде һәм уңышлы тапшырҙы. Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар! Гимназиябыҙҙы онотмағыҙ. Беҙҙең тормошобоҙ менән ҡыҙыҡһынып барығыҙ, ҡунаҡҡа килегеҙ. Мәктәп йылдары мәңгегә хәтерҙә ҡала - класташтарығыҙ менән бәйләнештә булығыҙ. Ата- әсәләрегеҙҙе яратығыҙ һәм ҡәҙерләгеҙ - улар иң яҡын кешеләр, - тип ҡотланы сығарылыш класы уҡыусыларын гимназия директоры Ильвира Фәхретдинова.
Ҡала Советы исеменән депутат Гүзәл Сафина сығыш яһаны:
- Барығыҙҙың да хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, маҡсаттарығыҙға табан ҡыйыу барығыҙ. Тыуған ҡалағыҙ менән бәйләнеш өҙөлмәһен өсөн һеҙгә ҡала Советы депутаттары ҡалала башҡорт телендә «Салауат»гәзитенә подписка бүләк итәбеҙ. Киләсәктә ҡайҙа ғына белем алһағыҙ ҙа, мәктәп йылдарын матур хәтирәләр менән иҫкә алығыҙ, остаздарығыҙҙың өгөт-нәсихәттәрен онотмағыҙ, ҡалағыҙға яҡшы белгестәр булып әйләнеп ҡайтығыҙ. Уҡып бөткәс Салауатҡа эшкә ҡайтығыҙ. Дөрөҫ, күптәр йыш ҡына ҙур ҡалаларға ынтылыр. Әммә тыуған ҡала - һеҙҙе һәр ваҡыт яратҡан һәм көткән урын. Һеҙҙең белемегеҙ, тәжрибәгеҙ бында бик кәрәк. Аҡ юл, һеҙгә!
Аттестарын ҡулдарына алған уҡыусылар тәьҫораттары менән уртаҡлашырға ашыҡты.
Булат Әбүбәкеров, алтын миҙал эйәһе:
- Салауат» гәзитенә яҙылыу - беҙҙең өсөн оло бүләк ул. Мин был баҫма менән яҡындан таныш: уның биттәрендә гимназиябыҙ тормошо даими яҡтыртыла, ә үҙем дә күп тапҡырҙар интервью һәм комментарийҙар биргәнем булды. Артабанғы йылдарҙа ла гәзитебеҙгә тоғро ҡалһаҡ, ул гимназиябыҙ, тыуған ҡалабыҙ һәм һәр беребеҙҙең йорто менән бәйләнеште өҙмәүгә ярҙам итәсәк. Төрлө тарафтарға таралһаҡ та, унда донъя күргән мәҡәләләр аша ҡаланың ниндәй тормош менән йәшәүен белеп торасаҡбыҙ. Был - депутаттар яғынан күрһәтелгән ҙур иғтибар билдәһе. Тыуған еребеҙҙәге ваҡиғаларҙан хәбәрҙар булыу беҙҙе ҡабаттан шатланып тыуған ҡалаға әйҙәп торор.
Зарина Ситдиҡова, алтын миҙал эйәһе:
- Бындай бүләк беҙгә бик мөһим һәм кәрәк, тип иҫәпләйем. Ҡалабыҙҙа барған яңы ваҡиғалар тураһында белеү бик кәрәк. Беҙ бында үҫтек, белем алдыҡ, дуҫтар таптыҡ, һәм артабан да бындағы хәлдәрҙе белеп торау ҡыҙыҡлы буласаҡ. Гәзиттең электрон почтаға килеүе лә уңайлы.
Артур Мусин, алтын миҙал эйәһе:
- Мәктәп менән хушлашырға ваҡыт етте. Ойоштороусыларға ошондай иҫ киткес бүләк өсөн рәхмәт белдерәм. Был подписка - беҙҙең ҡала, йорт менән бәйләнешебеҙ. Ул беҙгә, төрлө ҡалаларға таралғандарға, тамырҙарыбыҙҙың ҡайҙалығын һәр ваҡыт иҫтә тоторға ярҙам итәсәк. Ырымбур медицина университетына уҡырға инергә ниәтләйем, Әммә тыуған Салауат тормошо хаҡында ҡыҙыҡһынып уҡыясаҡмын.
Динә ҒӘЛИЕВА.
Автор фотолары.