газета "Салауат"
+19 °С
Облачно
Йәмғиәт
15 Июня , 06:23

Тыуған илдең ысын патриоттары

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров Салауатҡа эш сәфәре менән килгәндә  хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәләрен «Ватанды һаҡлаусыны тәрбиәләгән өсөн» миҙалы менән бүләкләне.

Тыуған илдең ысын патриоттарыТыуған илдең ысын патриоттары
Тыуған илдең ысын патриоттары

Ватанды һаҡлаусы Рамаҙан Абдурахмановтың әсәһе Гөлнур Абдурахманова үҙ улын лайыҡлы тәрбиәләгәне  өсөн миҙал менән бүләкләнде. 20 йәшлек егет 2024 йылдың 20 мартында махсус хәрби операция ваҡытында бурысын үтәгәндә һәләк була. Рамаҙан Салауат ҡалаһында тыуып үҫә, башта 11-се мәктәптә белем ала, һуңынан медицина  колледжында фельдшер һөнәрен үҙләштерә.
- Уның медицинаға ынтылышы көслө ине, унан бигерәк, ул бер нимәнән дә ҡурҡманы. Бала саҡтан  бесәйҙәргә һәм эттәргә ярҙам итергә тырышты, - тип уртаҡлашты геройҙың әсәһе. 
2024 йылдың майында Рамазан Абдурахманов әрме хеҙмәтенә саҡырыла. Ә көҙөн контракт буйынса махсус хәрби операцияла хеҙмәт  итә башлай. Ул разведка ротаһында оператор-тоҫҡаусы вазифаһын башҡара.
- Улым хеҙмәт ваҡытында ла иптәштәренә ярҙам итергә тырышты. Бер тапҡыр ҙа отпускыға ҡайтманы. Тыуған  иленең ысын патриоты ине. 2014 йылда Одессала профсоюздар йорто янғанын телевизорҙан ҡарай. Ул саҡта уҡ бөтә булған ваҡиғаларҙы ғәҙел түгел, тип иҫәпләй. Патриотизм рухында тәрбиәләнгәнлектән, ошо ҡыйыу ҡарарҙы ҡабул итте, - тип аңлатты улының ҡарарын Гөлнур Абдурахманова.

Егеткә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү өсөн көрәшкән олатай-өләсәйҙәренең тарихы ла ҙур йоғонто яһай.
- Рамаҙандың контракт төҙөгәнен һуңғы көнгә тиклем белмәнем. Ул был хаҡта махсус хәрби операция зонаһында булғанда хәбәр итте, - ти Гөлнур Абдурахманова. - Был уның аңлы ҡарары: башта армияла хеҙмәт итергә, һуңынан контракт төҙөргә. Уның ҡарарын мин тулыһынса хупланым.
- Нацизм беҙҙең ергә килергә тейеш түгел, уны юҡ итергә кәрәк, - тип өҫтәне геройҙың өләсәһе Тамара  Лазарева.
Хеҙмәт итеү осоронда Рамазан Абдурахманов ике тапҡыр яралана. Әммә дауаланғандан һуң шунда уҡ  хеҙмәтен дауам итә.
- Беҙ һәр ваҡыт бәйләнештә булдыҡ. Әммә март айында оҙаҡ ҡына хәбәр булманы үҙенән. Күңел тыныслығын юғалтты. Башта беҙгә уның хәбәрһеҙ юғалғаны, ә һуңынан һәләк булыуы тураһында хәбәр килде, - ти өләсәһе. 
Рамаҙан Абдурахманов Батырлыҡ ордены һәм Шайморатов ордены менән үлгәндән һуң бүләкләнә. 

Награданышулай уҡ Светлана Баһаутдинова алды. Уның улы, махсус хәрби операция геройы Владимир Баһаутдинов, үлгәндән һуң Батырлыҡ һәм Шайморатов ордендары менән бүләкләнгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың ноябрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров та геройҙың әсәһенә награда тапшырғайны. 
Миҙал Данил Дворянкиндың әсәһе Светлана Дворянкинаға тапшырылды.  Яугир 2025 йылдың 20 ғинуарында һәләк булған. 
Миҙалға шулай уҡ 2024 йылдың 22 декабрендә һәләк булған Никита Анпилоговтың  әсәһе Наталья Соловьева лайыҡ булды.

- Геройҙарҙың ата- әсәләре алдында баш эйәбеҙ. Беҙ һеҙҙең батыр улдарығыҙ тураһында хәтерҙе һаҡлаясаҡбыҙ, - тине Зариф Байғусҡаров.

Зилә Сәлимова.

Алена Бизикина фотоһы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас