газета "Салауат"
+19 °С
Облачно
Йәмғиәт
15 Июня , 05:56

Саф һауала туй

Салауатта күсмә никахтарҙы теркәү өсөн махсус майҙансыҡ булдырыу планлаштырыла. Был турала ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин һөйләне. Был тантаналарҙы тағы ла иҫтә ҡалырлыҡ итер һәм яңы парҙарға матур шарттарҙа иң мөһим көндәрҙең береһен үткәрергә мөмкинлек бирер. 

Саф һауала туйСаф һауала туй
Саф һауала туй

- ЗАГС уң яҡта, әгәр уға йөҙ менән ҡараһаҡ, ҡаланың иҫке өлөшөндә йәшәүселәр өсөн йәйәү йөрөү зонаһын,  ә һул яҡта - йәштәрҙең саф һауала никахтарын теркәү урыны төҙөргә ниәтләйбеҙ. Арка, сәскәләр, драпировка - быларҙың барыһын да матур итеп биҙәргә тырышасаҡбыҙ, -  тине Марат Зәһиҙуллин.

Ошо араларҙа ЗАГС биләмәһендә дөйөм өмә ойошторолдо, унда 150-гә яҡын кеше ҡатнашты. Бында өмә икенсегә ойошторола инде.

Өмәлә ҡала хужалығы идаралығы хеҙмәткәрҙәре, идара итеүсе компаниялар,  ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар, мәғариф  һәм спорт учреждениелары, «Флора» һәм «САХ» хеҙмәткәрҙәре, студенттар ҡатнашты. Был көндө төп бурыс
ҡыуаҡтарҙы ҡырҡыу булды.
– ЗАГС яңы ғаиләләр тыуған, сабыйҙарға тәүге документты алған урын икәнен барыбыҙ ҙа яҡшы аңлай, шуға күрә  был биләмәнең матурыраҡ күренеүен теләр инек. Хакимиәт  башлығы Марат Зәһиҙуллин был территорияны ҡараны һәм тәртип урынлаштырырға ҡушты. Тәү сиратта, ҡыуаҡтарҙы ҡырҡабыҙ, сүп-сар йыябыҙ, һуңынан биләмәне артабан  төҙөкләндереү тураһында ҡарарҙар ҡабул итәсәкбеҙ, - ти ҡала хужалығы идаралығы начальнигы урынбаҫары Юлия Будаева.

Кешеләр дөйөм маҡсат өсөн берләшкәндә, хатта ҙур мәсьәләләр ҙә тиҙ һәм  һөҙөмтәле хәл ителә. Өмә көтөлмәгән һөҙөмтә килтерҙе: территория матур һәм таҙа  булып ҡалды. Бында ҡала халҡының мөһим тормош ваҡиғалары менән бәйле
урынға тап килә. 

Зилә СӘЛИМОВА.
Татьяна ТИМОФЕЕВА фотоһы.

Саф һауала туй
Саф һауала туй
Саф һауала туй
Саф һауала туй
Автор:Дина Галеева
Читайте нас