газета "Салауат"
+19 °С
Облачно
Йәмғиәт
15 Июня , 06:07

Хеҙмәттәре өсөн юғары баһа

Рәсәй көнө һәм милли батырыбыҙ Салауат Юлаев көндәре алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында «Ремонт-механика заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең башҡарма директоры Айрат Сәмиғуллин да бар. 

Хеҙмәттәре өсөн юғары баһаХеҙмәттәре өсөн юғары баһа
Хеҙмәттәре өсөн юғары баһа

- Бында уҡытыусыларҙы, ғалимдарҙы, табиптарҙы, ауыл хужалығы белгестәрен, сәнғәт эшмәкәрҙәрен, эшселәрҙе,  инженерҙарҙы, эшҡыуарҙарҙы, идарасыларҙы, төрлө һөнәр эйәләрен сәләмләүемә шатмын. Һеҙ үҙегеҙҙе илебеҙгә һәм тыуған республикабыҙға хеҙмәт итеүгә бағышланығыҙ, - тип залда бүләкләү тантанаһына йыйылыусыларға мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров. 
Радий Хәбиров Айрат Сәмиғуллинға Башҡортостан Республикаһының почет грамотаһын тапшырҙы.
- Беҙ республиканың битараф булмаған халҡына, предприятиеларҙа һәм ойошмаларҙа намыҫлы эшләгән, иҡтисадыбыҙҙы нығытҡан  хеҙмәтсәндәргә ихлас рәхмәт әйтәбеҙ. Ҡатмарлы шарттарға ҡарамаҫтан, беҙ артабан да үҫешәбеҙ - торлаҡ һәм юлдар, мәктәптәр һәм балалар баҡсалары, дауаханалар һәм спорт үҙәктәре төҙөйбөҙ. Төрлө өлкәләрҙәге ҡаҙаныштарыбыҙҙы  арттырабыҙ. Белеүегеҙсә, үткән аҙнала республиканың ҙур делегацияһы Петербург Халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнашты. Беҙ йәнә Милли инвестиция рейтингы лидерҙарының тәүге өсәү иҫәбенә индек. Дөйөм алғанда, беҙҙе йәнә Рәсәйҙең иң уңышлы, йылдам үҫешкән төбәктәренең береһе тип танынылар, - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас