+19 °С
Облачно


Мәскәүҙә белем алған студенттарға яңыраҡ республиканан сираттағы ылау оҙатылды. Салауат ҡалаһы ла бынан ситтә ҡалманы - ҡаланың 24-се мәктәбен алтын миҙалға тамамлаған Искәндәр Собханғоловтың ата-әсәһе уға посылка оҙатты. Егет Н.Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетының беренсе курсында уҡый.
Собханғоловтар ғаиләһе проектта икенсе тапҡыр ҡатнаша. Ата-әсәһе улдарына кәрәкле әйберҙәр йыйылған посылканы яуаплы кешеләргә тапшырҙы.
- Ойоштороусыларға ошондай кәрәкле проект өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Беҙ унда икенсе тапҡыр ҡатнашабыҙ - посылкалар бик тиҙ барып етә, - ти Искәндәрҙең ата-әсәһе.
Фото ҡала хакимиәтенән.