

Ҡала башлығы Марат Заһиҙуллин йыйылыусыларҙы йылы һүҙҙәр менән ҡотланы. Ул был көндөң һәр бер граждан өсөн ни тиклем мөһимлеген билдәләп, Рәсәйҙең бай тарихы, мәҙәниәте, шулай уҡ уның халҡының көсө һәм берҙәмлеге тураһында иҫкәртте.
-Ҡәҙерле ҡунаҡтар, һеҙҙе Рәсәй көнө менән ҡотлайым. Беҙ мең йыллыҡ тарихы, бөйөк мәҙәниәте һәм ҡаҡшамаҫ халҡы булған ҙур илдең бер өлөшөбөҙ. 2026 йыл Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Владимирович Путин тарафынан Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы тип иғлан ителде. Салауатта төрлө милләт һәм дин кешеләре бергә йәшәй. Беҙ бергәләп дөйөм еңеүҙәргә шатланабыҙ, ауыр минуттарҙа бер-беребеҙгә ярҙам ҡулын һуҙабыҙ, өлкәндәр тураһында хәстәрлек күрәбеҙ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итәбеҙ, балаларҙы Рәсәй Федерацияһының бөтә халыҡтарының тарихына һәм мәҙәниәтенә хөрмәт менән тәрбиәләйбеҙ. Беҙ ҡалабыҙҙың Бөйөк Рәсәйҙең бер өлөшө булыуы менән ғорурланабыҙ. Байрам менән! – тине ҡала башлығы.
Ғәҙәттәгесә, был көндө Салауатта йәш гражданлыҡҡа аяҡ баҫҡан йәштәргә паспорттар тапшырылды. Төп документты алыу улар өсөн үҙ аллы тормош юлының башланыуын символлаштырған тулҡынландырғыс мәл булды. Ҡала башлығы балаларҙы ҡотланы һәм уларға паспорттарҙы шәхсән үҙе тапшырҙы.
Рәсәй көнө хөрмәтенә һәм ҡала, ил алдындағы ҡаҙаныштарын таныу билдәһе итеп, айырыуса күренекле кешеләрҙе бүләкләү тантанаһы ла үтте.
Байрам көнөндә парк территорияһында төрлө тематик майҙансыҡтар ойошторолдо, улар бөтә ҡунаҡтар өсөн күп төрлө саралар тәҡдим итте.
Ҡала паркындағы байрам сараһы салауаттарҙы илһөйәрлек һәм үҙ иле өсөн ғорурлыҡ рухында берләштергән сағыу ваҡиғаға әүерелде.
Тулыраҡ гәзит биттәрендә уҡығыҙ.