газета "Салауат"
+14 °С
Облачно
Йәмғиәт
11 Июня , 11:13

Ямғырлы көндәр борсолоу тыуҙырмаҫ

Салауатта Бекетов урамындағы 40-сы йорт янында ямғыр коллекторы төҙөлә.

Ямғырлы көндәр борсолоу тыуҙырмаҫЯмғырлы көндәр борсолоу тыуҙырмаҫ
Ямғырлы көндәр борсолоу тыуҙырмаҫ

Йорт уйһыу урында урынлашҡанлыҡтан, көслө ямғырҙар ваҡытында биләмәне һәм подвалдарҙы даими рәүештә һыу баҫа, сөнки унда бер ҡасан да ямғыр канализацияһы булмаған. Күп йылдар дауамында Бекетов урамындағы 40-сы
йорттан 28-се йортҡа тиклемге территория яҙын ысын мәғәнәһендә диңгеҙгә әйләнә - бында баҫыуҙарҙан ирегән һыу ағып төшә.
Әлеге проблеманы этаплап хәл итергә тура килә. Әйтәйек, бер нисә йыл элек Зәки Вәлиди проспектында урынлашҡан «Светофор» магазины янында ташҡынға ҡаршы коллектор  урынлаштырыла. Был хәлде яҡшырта, әммә мәсьәләне
тулыһынса бөтөрмәй. Ямғыр канализацияһын төҙөү проблемаға тулыһынса нөктә ҡуйырға тейеш.
Канализацияның оҙонлоғо 210 метр тәшкил итә. Тендерҙа еңгән подряд ойошмаһы менән контракт суммаһы - яҡынса 2,7 миллион һум.
- Эштәр ресурстар менән тәьмин итеүсе бөтә ойошмалар менән килешелгән, сөнки бында беҙ һаҡларға тейешле коммуникациялар бик күп. Эш барышында зыян күргән һәр  нимәне: коммуникацияларҙы, юл япмаһын мотлаҡ тергеҙәсәкбеҙ. Барыһын да тәүге хәленә ҡайтарасаҡбыҙ, - тип аңлатма бирҙе ҡала мэры Марат Зәһиҙуллин.
Подрядсы эштәрҙе авгусҡа тамамларға вәғәҙә итә. 

Татьяна ТИМОФЕЕВА фотолары.

Ямғырлы көндәр борсолоу тыуҙырмаҫ
Ямғырлы көндәр борсолоу тыуҙырмаҫ
Ямғырлы көндәр борсолоу тыуҙырмаҫ
Ямғырлы көндәр борсолоу тыуҙырмаҫ
Автор:Дина Галеева
Читайте нас