

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Островский урамынан Еңеүҙең 30 йыллығы урамына тиклемге Космонавтар бульварындағы биләмәне төҙөкләндереү проекты өсөн салауаттар 2024 йылда тауыш бирҙе, эштәр 2025 йылда башланды. Беренсе этап сиктәрендә бында брусчатка һәм асфальт-бетон япма һалынды, яҡтыртыу, видеокүҙәтеү, эскәмйәләр һәм бәүелсәктәр ҡуйылды, ике балалар һәм спорт майҙансығы төҙөлдө, ҡыуаҡтар һәм күп йыллыҡ сәскәләр, газон үләне ултыртылды. Контракт суммаһы яҡынса 69 миллион һум тәшкил итте. Хәҙер инде икенсе этапта күләмле эштәр башҡарылырға тора.
- Әлеге ваҡытта брусчатка һәм асфальт япма өсөн нигеҙ әҙерләнгән, борт таштары монтажланған, артабан бында амфитеатр, бөтә уңайлыҡтары булған бәҙрәф, эсергә яраҡлы һыу фонтаны ҡуйыла, - тип һөйләне ҡала хужалығы идаралығы начальнигы урынбаҫары Юлиә Байғужина.
Шулай уҡ бында скейт-парк һәм эттәрҙе йөрөтөү өсөн майҙансыҡ төҙөлә, коммерция зонаһы ла барлыҡҡа килә, унда йәйге ваҡытта кафе, ә ҡышҡыһын һырғалаҡ эшләйәсәк. Был проектҡа «Берҙәм Рәсәй» партияһының туранан-тура ҡағылышы бар. «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» - мөһим проект, уны партия Рәсәй Төҙөлөш министрлығы менән берлектә тормошҡа ашыра. Инициативаның төп маҡсаты - халыҡҡа ҡалаларында ниндәй объекттар һәм территориялар төҙөкләндереүгә мохтажлығын үҙҙәре һайларға мөмкинлек биреү.
Әйткәндәй, тауыш биреү йәмәғәт киңлеге өсөн генә түгел, ә уның дизайн варианты өсөн дә үткәрелә. Унда 14 йәше тулған бөтә граждандар ҡатнаша ала. Космонавтар бульварындағы скверҙа эштәрҙең икенсе этабын быйыл октябрь аҙағына тиклем тамамлау күҙаллана.
Татьяна ТИМОФЕЕВА фотоһы.