

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар Башҡортостанда «Коммуналь инфраструктураны яңыртыу» проектын тормошҡа ашырыу барышын тикшерҙе. Мәҫәлән, 2026 йылда республикала 46 объектты төҙөргә, реконструкцияларға һәм капиталь ремонтларға планлаштыралар. Бының өсөн федераль бюджеттан 695 миллион һум күләмендә финанслау ҡаралған.
Яҡтар «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проектына айырыуса иғтибар бүлде. Проект сиктәрендә 2019 йылдан алып республикала 976 парк, сквер, яр буйы һәм башҡа йәмәғәт киңлектәре тәртипкә килтерелә. Был маҡсатта Рәсәй бюджетынан 8,7 миллиард һум йәлеп ителгән.
Радий Хәбиров республика башланғыстарына һәм торлаҡ-коммуналь комплексты үҫтереүҙең төп бурыстарын хәл итеүҙә булышлыҡ иткәне өсөн илдең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына рәхмәт белдерҙе. Федераль программалар ярҙамында Башҡортостанда яңы коммуналь селтәрҙәр төҙөлә, биләмәләр төҙөкләндерелә, тип билдәләне төбәк етәксеһе. Республикаға 2026 йылда Башҡортостан халҡы тауыш биргән 152 йәмәғәт майҙанын яңыртырға, шулай уҡ Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттары конкурсында еңгән биләмәләрҙе төҙөкләндереүҙе тамамларға тейеш.
Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары республиканың идара итеү командаһы эшмәкәрлеген юғары баһаланы.
– Төбәктең федераль проекттарҙы тормошҡа ашырыуға комплекслы ҡарашын билдәләргә теләйем, – тине Алексей Ересько. – Башҡортостан – тәүҙә коммуналь инфраструктураны яңыртыуға һәм шунан ғына «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы сиктәрендә объекттар менән шөғөлләнеүгә иң яҡшы өлгөләрҙең береһе. Был практиканы беҙ бөтә ил буйлап таратабыҙ, һәм һеҙҙең республика – алдынғылар рәтендә.