

- Башта беҙ мунса мейестәрен үҙгәртеп ҡорорға ниәтләнек, әммә халыҡ бер тауыштан уларға теймәүҙе һораны. Шуға күрә беҙ уларҙы һаҡлап ҡалырға, ә пар бүлмәләрен ремонтларға ҡарар иттек, - ти «Алмаз» учреждениеһы директоры Михаил Гусятников.
Был мунсалағы мейестәр бик үҙенсәлекле, уларҙа 1,5 кубометр таш бар һәм улар бик оҙаҡ йылы тота. Йәкшәмбе иртән яғыуҙан туҡтаһалар ҙа, пар көн оҙонона етә.
Пар бүлмәләрендәге ремонт эштәре лә күптән көтөлгән яңыртыуҙар алып килә.
- Ирҙәрҙең пар бүлмәһендә түшәм бик түбән. Беҙ иҫке иҙән япмаһын һүтә башланыҡ. Иҙәндә бер-нисә ҡат плитка һалыныуы асыҡланды. Дөйөм алғанда, 37 сантиметр материалды алып ташланыҡ. Хәҙер хатта оҙон буйлы кеше лә турайып баҫа ала, - тип һөйләй мунса директоры.
Эштәр барышында элекке сифатһыҙ ремонттарҙан килеп сыҡҡан проблемалар асыҡланған. Был, тәү сиратта, гидроизоляцияға ҡағыла. Хәҙер уны ҡағиҙәләргә ярашлы башҡарасаҡтар. Стеналар яңы материал менән көпләнә, иҙәнгә яңы плитка һалына, ә мейестәрҙе сүкеп эшләнгән биҙәктәр менән матурлайҙар. Пар бүлмәләрендәге тәҙрә төптәрен дә тигеҙләгәндәр.
Пар бүлмәләрендәге яҡтыртыу системаһы ла яңыртыла, сөнки юғары температураға сыҙамлы булмаған ғәҙәти плафондар урынына махсус лампалар ҡуйыла. Уңайлы микроклимат булдырыу өсөн вентиляция ла яҡшыртыла. Йыуыныу бүлмәләрендә эскәмйәләр алмаштырыла, кейем алмаштырыу бүлмәләренә косметик ремонт эшләнә.
1-се мунсала эштәр тамамланғас, икенсеһенә күсәсәктәр. 2-се мунсала пар бүлмәләрендә һыу ағыҙыу системаһы булмауы - төп проблемаларҙың береһе. Унда подвал юҡ, шуға ла был мәсьәләне хәл итеү өсөн яңыса ҡарарҙар талап ителә. Душ бүлмәһенән стена аша һыу ағыҙып, уны канализацияға тоташтырыу варианттары ҡарала.
Бинаны тикшереү тамамланғандан һуң, Михаил Гусятников ҡала хакимиәте башлығына мунсаға йөрөүселәрҙең фекеренә һәр саҡ ҡолаҡ һалыуын һәм бөтә деталдәрҙе иҫәпкә алырға тырышыуын белдерҙе. Киләсәктә мунсаларҙың хеҙмәттәр төрөн киңәйтеү һәм инфраструктураны яҡшыртыу мөмкинлектәре лә ҡарала.
Марат Зәһиҙуллин Салауат ҡалаһындағы Ағиҙел йылғаһы аша һалынған аҫылмалы күперҙең торошон да ҡараны. Сәбәбе - ҡала халҡының күперҙәге серегән таҡталарға зарланыуы.
- Күперҙең таҡта түшәме туҙған, ремонт талап ителә. Бөгөн был объекттың аяныслы торошона инандым. Урынбаҫарҙарыма тикшереү үткәрергә, һығымта яһарға һәм ремонтҡа смета төҙөргә ҡушам. Шулай уҡ күперҙә мотоциклсыларҙың хәрәкәтен нисек сикләү тураһында фекер алышасаҡбыҙ, был водителдәргә, йәйәүлеләргә, күперҙе төҙөү өсөн дә хәүефле. Салауаттарға унда ҡараңғы ваҡытта йөрөү уңайлы булһын өсөн күперҙе яҡтыртыу варианттарын да тикшерәсәкбеҙ, - тине Марат Зәһиҙуллин.
Күперҙе ремонтлағанда күп нескәлектәрҙе иҫәпкә алырға кәрәк, сөнки улар емерелеүгә килтереүе ихтимал. Белгестәр алдында ҙур эш тора.
Бынан тыш, Марат Зәһиҙуллин Ағиҙел буйындағы ремонт талап ителгән балалар майҙансығына ла күҙ һалды. Шулай уҡ бәҙрәфтәрҙең торошо һәм йәшеллектәрҙең ҡышты нисек үткәреүе тикшерелде.
Быйыл яр буйындағы эсәр һыу фонтандары тергеҙелмәйәсәк. Марат Зәһиҙуллин аңлатыуынса, улар гигиена яғынан бик үк яҡшы түгел. Әлеге ваҡытта таҙа эсәр һыу менән автоматтар ҡуясаҡ эшҡыуарҙарҙы эҙләйҙәр, уның хаҡы ҡиммәт булмаҫҡа тейеш.