

Зариф Закир улы үҙәкте ҡарап сыҡҡандан һуң унда ветерандар өсөн яҡшы шарттар булдырылыуын билдәләне.
- Был - республикабыҙҙағы иң яҡшы фондтарҙың береһе, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды депутат һәм яугирҙарға мөрәжәғәт итте. - Һеҙ Тыуған илебеҙҙе яҡлап, тәүгеләрҙән булып Ватан һағына баҫтығыҙ, ҡаһарманлыҡ һәм фиҙаҡәрлек күрһәттегеҙ. Һеҙҙең батырлығығыҙ - ысын илһөйәрлек һәм бурысҡа тоғролоҡ өлгөһө. Ата-бабаларыбыҙҙың данлы юлын лайыҡлы дауам иткәнегеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙҙе ярҙамдан ҡалдырмаҫбыҙ.
Был бина «Газпром нефтехим Салауат» компанияһы ярҙамында ремонтлана.
- «Ватан Геройҙары» үҙәге асылыуға әҙерләнә. Ул Афғанстанды һәм Чечняны үткән ветерандарҙы, бөгөн махсус хәрби операция биләмәһендә үҙ бурысын намыҫ менән үтәгәндәрҙе берләштергән уртаҡ йорт буласаҡ, - тип йомғаҡланы
Марат Зәһиҙуллин.