

Сара төрлө быуын вәкилдәрен берләштерҙе. Унда ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты, «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы ағзаһы Зариф Байғусҡаров, ҡала Советы депутаттары, «Ватанды
Һаҡлаусылар» социаль фонды координаторҙары, махсус хәрби операция ветерандары һәм ҡатнашыусылары, уларҙың ғаиләләре, ирекмәндәр, студенттар һәм уҡыусылар ҡатнашты.
- Бөгөн беҙ ҙур һәм мөһим эш башҡарабыҙ - алғы һыҙыҡтағы яугирҙарыбыҙ хөрмәтенә һәм Тыуған илебеҙ өсөн ғүмерен биргәндәр иҫтәлегенә яңы Хәтер аллеяһын булдырабыҙ. Еңеү беҙҙең яҡта буласағына ышанам, - тине үҙенең сәләмләү һүҙендә Марат Зәһиҙуллин.
Зариф Байғусҡаров билдәләүенсә, бындай башланғыстар төрлө быуындың һәм һөнәр эйәләренең уртаҡ маҡсат өсөн берләшеүен күрһәтә.
- Донъяны үҙгәртер өсөн эште үҙеңдән, туған ҡалаң һәм халҡың өсөн файҙалы ғәмәл башҡарыуҙан башларға кәрәк. Бөгөн төрлө быуын вәкилдәре бер булып, алмағастар ултыртты. Был - үткәнгә хөрмәт һәм яҡты киләсәккә ышаныс, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Зариф Закир улы.
Аллеяны «Роялти» сортлы декоратив алмағастары биҙәйәсәк.
- Был ландшафт дизайны һәм ҡаланы йәшелләндереү өсөн яҡшы вариант. Бындайағастар Ағиҙел буйында һәм Батыр аллеяһында үҫә, уларҙы тәрбиәләүе ауыр түгел. Матурлығы буйынса сакурананбер ҙә ҡалышмай. Емештәре ашау өсөн яраҡлы булмаһа ла, варенье һәм компот өсөн бик шәп, - тип уртаҡлашты крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Виктория Сорокина.
Эш башланыр алдынан ул бөтә ҡатнашыусыларға алмағастарҙы нисек дөрөҫ ултыртырға кәрәклекте аңлатты.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Рөстәм Кәримов ул көндө ғаиләһе менән килгәйне.
- Ағас ултыртыу - ул акция ғына түгел, ә оҙаҡ йылдарға ҡалырлыҡ тере хәтер. Аллеяның тиҙҙән үҙ ишектәрен асасаҡ «Ватан Геройҙары» штабы янында ултыртылыуы ла юҡҡа түгел. Бында махсус хәрби операциянан ҡайтҡан егеттәргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк. Ошо юлды үткән ветерандар булараҡ, беҙ уларға йәмғиәткә яраҡлашырға, киләсәккә ышаныслы аҙымдарын яһарға булышасаҡбыҙ. Акцияла балаларҙың ҡатнашыуы быуындар бәйләнешен аңлата. Бер нисә йылдан, ағастар үҫкәс, балаларым менән бында килеп: «Был ағасты мин ултырттым. Беҙ бергә булдыҡ, һеҙ ул саҡта бәләкәй инегеҙ», тип әйтәсәкмен.
Рөстәм Кәримов - аяғын юғалтһа ла, үҙ-үҙенә ышанысын һаҡлап ҡалған ғәжәйеп көслө рухлы кеше. Уны тормош һынауҙары һындыра алмаған. Әле ул Ремонт- механика заводында мастер булып эшләп йөрөй, «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы»ның төбәк штабын етәкләй.
Үҫентеләрҙе ултыртҡандан һуң Зариф Байғусҡаров «Ватан Геройҙары» үҙәген ҡараны һәм башҡарылған эште, ветерандар өсөн булдырылған шарттарҙы юғары баһаланы.
- Был - республикабыҙҙағы иң яҡшы фондтарҙың береһе, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул һәм яугирҙарға мөрәжәғәт итте. - Һеҙ Тыуған илебеҙҙе яҡлап, тәүгеләрҙән булып Ватан һағына баҫтығыҙ, ҡаһарманлыҡ һәм фиҙаҡәрлек күрһәттегеҙ. Һеҙҙең батырлығығыҙ - ысын илһөйәрлек һәм бурысҡа тоғролоҡ өлгөһө. Ата-бабаларыбыҙҙың данлы юлын лайыҡлы дауам иткәнегеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙҙе ярҙамдан ҡалдырмаҫбыҙ.
Был бина «Газпром нефтехим Салауат» компанияһы ярҙамында ремонтлана.
- «Ватан Геройҙары» үҙәге асылыуға әҙерләнә. Ул Афғанстанды һәм Чечняны үткән ветерандарҙы, бөгөн махсус хәрби операция биләмәһендә үҙ бурысын намыҫ менән үтәгәндәрҙе берләштергән уртаҡ йорт буласаҡ, - тип йомғаҡланы Марат Зәһиҙуллин.