

Был өмәнең үҙ тарихы бар. Уны Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты, «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы ағзаһы Зариф Байғусҡаров бәйән итте:
- Яңыраҡ Бекетов урамындағы 8-се һәм 12-се йорттарҙа һәм Урман паркы урамындағы 14а йортонда йәшәүселәрҙән мөрәжәғәт килде. Улар өйҙәре алдындағы майҙансыҡта тәртип урынлаштырыуҙы һораған. Беркетелгән фотоларҙан күренеүенсә, майҙансыҡ, ысынлап та, аяныс хәлдә ине. Бында ниндәй генә сүп-сар юҡ: төҙөлөш ҡалдыҡтары, быяла, ҡағыҙ, иҫке матрастар һәм башҡалар.
Проблема шунда, был биләмә йорт яны биләмәһенә ҡарамай, шуға күрә идара итеүсе компания бында йыйыштыра алмай.
- Депутат Зариф Байғусҡаровтың инициативаһы буйынса дөйөм ҡала өмәһен ойошторорға ҡарар иттек. Күптәр идеяны хупланы. Бөгөн бында ҡала хакимиәте, ведомство ҡарамағындағы ойошма хеҙмәткәрҙәре, ҡала Советы депутаттары, йәштәр эшләй, идара итеүсе компания ла, яҡындағы йорттарҙа йәшәүселәр ҙә ҡушылды. «Махсус автохужалыҡ Плюс» йәмғиәте һәм «Флора» учреждениеһы ике Камаз һәм тейәгес бирҙе. Сүп-сарҙы полигонға алып сығабыҙ. Артабан ҡала хакимиәте был биләмәне төҙөкләндереү юлдарын мотлаҡ ҡараясаҡ, - тип аңлатты хакимиәт башлығы урынбаҫары - ҡала хужалығы идаралығы начальнигы Илдар Әхмәтвәлиев.
Өмәлә 350-гә яҡын кеше ҡатнашты. Бергәләп сүп-сар йыйҙылар, ҡоро ағастарҙы киҫтеләр, үҫкән үлән саптылар.
Туғыҙ йәшлек Дарина Туҡтарова өмәгә әсәһе менән килгәйне.
- Өмәлә тәүгә ҡатнашам. Сүп-сар бик күп, - тип уртаҡлашты ҡыҙ сүп-сар өйөмдәренә ҡарап. - Ҡалабыҙ матур булһын өсөн таҙалыҡ тураһында хәстәрлек күрергә кәрәк.
- Беҙ ҡыҙым менән ҙур эшкә үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә булдыҡ. Минеңсә, бындай өмәләр тәрбиәүи әһәмиәткә лә эйә. Бала таҙа ҡаланың дөйөм хеҙмәт һөҙөмтәһе булыуын белеп үҫергә тейеш. Изге эшкә ҡушылғандарҙың барыһына ла рәхмәт, - тине Даринаның әсәһе Люциә Туҡтарова.
- Тәрбиәсе булараҡ, дәрестә балаларға ҡалабыҙҙың таҙалығы - дөйөм хәстәрлек булыуы тураһында йыш һөйләйбеҙ. Бөгөн өмәгә ҡалабыҙҙы таҙартыу һәм матурлау өсөн килдек. Күп ғаиләләрҙең балалары менән ҡушылыуы ҡыуаныслы. Тап ошондай миҫалдар беҙҙең дөйөм көсөбөҙҙө һәм берҙәмлегебеҙҙе күрһәтә, - тип уртаҡлашты 45-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Светлана Мусина.
Һөҙөмтәлә, 100 кубометр самаһы сүп-сар сығарылды.
- Граждандарҙың мөрәжәғәтен иғтибарһыҙ ҡалдырмағаны өсөн Зариф Закир улына рәхмәт белдерәм. Ул һәр ваҡыт беҙҙең менән бәйләнештә, һәр проблеманы өйрәнә һәм уны хәл итеүҙә ярҙамлаша. Халыҡ һайланыусыһы тап шулай булырға тейеш тә. Артабанғы уңышлы хеҙмәттәшлеккә ышанабыҙ, - тип йомғаҡ яһаны өмәгә ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин.