

Бында ҡойманы биҙәү эштәре былтыр июль айында предприятие директоры Сергей Гаврилюк тәҡдиме менән башланғайны. рәссамдар Екатерина Волкова һәм Наталья Жаркова бер километрлыҡ ҡоймаға Башҡортостан һәм Рәсәй диңгеҙҙәре күренештәрен төшөрҙө. Сентябрҙә ҡыҙҙарға рәссам Эльвира Хәлимова ҡушыла һәм улар бергәләп яҡшы күренеп торған резервуарҙарҙың береһендә йөҙөп барған аҡ айыуҙы һүрәтләй.
Күптән түгел тағы бер резервуарҙа инә айыу менән өс балаһы пәйҙә булды. Авторҙар әйтеүенсә, һүрәттең өлгөһө итеп Бөрйән районы айыуҙары алынған. Айыу һүрәттәре төшөрөлгән резервуарҙың тап 2026 йылда барлыҡҡа килеүе символик мәғәнәгә эйә, сөнки Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был йылды республикала Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан итте.
Эштәр бының менән генә туҡтамай.
- Киләһе проекттарға әҙерләнәбеҙ. Ҡойманы һәм тағы бер резервуарҙы биҙәүҙе дауам итәсәкбеҙ, - тип шатлыҡлы яңылыҡ менән уртаҡлашты Екатерина Волкова. - Әле эскиздар эшләнә, ә резервуарға төшөрөләсәк һүрәт предприятие етәкселеге тарафынан раҫланған да инде.
«Авторҙарҙың пландарында - өсөнсө резервуарҙы Алыҫ Көнсығыш пандаһы һүрәте менән биҙәү. Панда Ҡытай символы тип иҫәпләнһә лә, бында ул айырым мәғәнәгә эйә. Был - көнсығыш күршеләребеҙгә хөрмәт билдәһе, дуҫлыҡ һәм татыулыҡ символы, - тип «Сәнәғәт һыу каналы»ның тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса белгесе Александр Карповскийҙың һүҙҙәрен килтерә «Салаватский нефтехимик» гәзите.
Алена БИЗИКИНА фотоһы.