

Бүләкләнеүселәр араһында Салауаттан 1-се лицейҙың туғыҙынсы класс уҡыусыһы Мария Саутина ла бар. Ул рус теле буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының бөтә этаптарын да уңышлы үтеп, еңеүсе булды. Марияның остазы - уның әсәһе, 1-се лицейҙың рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ирина Саутина.
Радий Хәбиров уҡыусыларға, уларҙың остаздарына һәм ата-әсәләренә уңыштары өсөн рәхмәт белдерҙе.
- Уҡытыусыларға һәм тренерҙарға -профессионализмдары, ата-әсәләргә - сабырлыҡтары һәм ярҙамдары өсөн рәхмәт. Балаларға - әүҙемлеге, иҫ киткес тырышлығы һәм тыуған Башҡортостаныбыҙҙы данлауҙары өсөн. Улар - ҙур оҫталар һәм, һис шикһеҙ, республикабыҙҙың киләсәге. Һәр кемдең уңыштары менән ғорурланам һәм уңыштар теләйем, - тине ул.
Оператив кәңәшмәлә уҡыу йылына дөйөм йомғаҡ яһалды, һәм Салауат, Өфөнән (46) һәм Стәрлетамаҡтан (9) ҡалышып, Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһында еңеүселәр һәм призерҙар һаны буйынса муниципалитеттар араһында өсөнсө
урын алды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 24-се мәктәптең 8 «В» класы уҡыусыһы Семен Породькин туғыҙынсы кластар араһында биология буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы призеры булды. Уның остазы - 24-се мәктәптең биология уҡытыусыһы Флүзә Шәкирова. Шулай уҡ 1-се лицей уҡыусылары ла юғары һөҙөмтәләргә өлгәште: Александр Торовин (11-се класс) информатика буйынса (яһалма интеллект) призер, уның остазы - информатика уҡытыусыһы Олеся Иванчина. Илдар Зәйнәҡов (10-сы класс) астрономия буйынса призер, уның остазы - физика уҡытыусыһы Ирина Видинеева.
2025-2026 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса республика олимпиадала ҡатнашыу һөҙөмтәләре буйынса Рәсәйҙең иң алдынғы биш төбәге иҫәбенә инде, былтырғынан ике баҫҡысҡа юғарыраҡ.
2018 йылдан Башҡортостанда Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы һәм башҡа интеллектуаль конкурстар еңеүселәренә һәм призерҙарына, шулай уҡ уларҙы әҙерләгән педагогтарға премиялар тапшырыла. 2025 йылдан был премияларҙың суммаһы арттырылды: еңеүселәргә һәм уларҙың остаздарына - 300 мең һумға тиклем, призерҙарға һәм уларҙы әҙерләгән педагогтарға - 150 мең һумға тиклем.
Бынан тыш, Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының йомғаҡлау этабы еңеүселәре һәм призерҙары тейешле профиль буйынса һынауҙарһыҙ Рәсәйҙең алдынғы юғары уҡыу йорттарына инеү мөмкинлегенә эйә була. Әлеге хоҡуҡтан уҡыусылар дүрт йыл дауамында файҙалана ала, был уларҙың киләсәктәге белем алыу юлын тағы ла нығыраҡ еңеләйтә һәм уларҙың фәнни потенциалын тулыһынса асырға ярҙам итә.
Зилә СӘЛИМОВА.
Фото Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайтынан.