газета "Салауат"
+16 °С
Облачно
Йәмғиәт
22 Мая , 07:16

Бәхетле яҙмыштар балҡышы

Салауатта 50 йыл бергә татыу ғүмер кисергән биш парҙы һәм яңы никахлашҡан йәш ғаиләләрҙе тәбрикләнеләр.

Бәхетле яҙмыштар балҡышыБәхетле яҙмыштар балҡышы
Бәхетле яҙмыштар балҡышы

Республика Башлығы Радий Хәбировтың һәм ҡала мэры Марат Зәһиҙуллиндың исеменән бәхетле парҙарға  ҡала хакимиәте башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары Ирина Борисова мөрәжәғәт итте:
- Был залға ингәндә кисергән тулҡынланыуығыҙҙы аңлайым. Иң мөһиме - үҙегеҙҙең 50 йыл элек яһаған һайлауығыҙға  тоғро ҡалғанығыҙ өсөн рәхмәт. Ярты быуат эсендә һеҙ бер- берегеҙгә булған ихтирамды һаҡлап килдегеҙ. Бөгөн һеҙ күп
йәш ғаиләләр өсөн өлгө булып тораһығыҙ.
Саҡырылған ғаиләләр Почетлы юбилярҙар китабына үҙ ҡултамғаларын ҡуйҙы. Был йола ярты быуатлыҡ тоғролоҡ  һәм бер-береһенә күрһәткән хөрмәтте символлаштыра. Тантананың кульминацияһы булып яңы ғына ғаилә ҡорған парҙарҙың вальсы булды, уны барлыҡ йыйылыусылар бергәләп бейене, һәр ғаилә сәскәләр һәм иҫтәлекле бүләктәр алып, оло хөрмәткә лайыҡ булды.

Был көндө рәсми рәүештә өс пар никахтарын теркәне. Шуларҙың береһе - Виолетта Исаева һәм Мөхәммәт Хәлифә. Егет Башҡортостанға Мысырҙан килгән. Улар социаль селтәрҙәрҙә таныша, өс ай буйы хат алыша. 
- Мин уны тәүге тапҡыр күргәс тә уның менән ғүмер итергә теләүемде аңланым. Хат алышҡанда быны ябай аралашыу ғына булыр, тип уйлағайным. Әммә осрашҡас, уның менән мөнәсәбәттәр теләүем асыҡланды. Ул шунда уҡ тәҡдим яһаны, ваҡиғалар шулай тиҙ үҫеште, - ти Виолетта.

Татьяна ТИМОФЕЕВА фотолары.

Бәхетле яҙмыштар балҡышы
Бәхетле яҙмыштар балҡышы
Бәхетле яҙмыштар балҡышы
Автор:Дина Галеева
Читайте нас