Йәмғиәт
20 Мая , 11:46

Күптәргә өлгө булырлыҡ

Ағас - япрағы, кеше эше менән күркәм, тигән әйтем бар халҡыбыҙҙа. Ысынлап та, матурлыҡ тышҡы ҡиәфәттә түгел, ә эске нурҙа һәм башҡаларға күрһәткән ярҙамда. Бөгөн беҙ тап шундай эштәре менән матур булған шәхес тураһында һөйләмәксебеҙ. Изгелеге менән дан алған Айрат Исмәғилев ҡалабыҙҙың116-сы кварталында йәшәй. 

Күптәргә өлгө булырлыҡКүптәргә өлгө булырлыҡ
Күптәргә өлгө булырлыҡ

Ул Силәбе өлкәһендә тыуа. 1980 йылда уның ғаиләһе Салауат ҡалаһына күсеп килә, һәм ошо ваҡыттан алып был ҡала уның өсөн тыуған төйәккә әйләнә. Бында ул беренсе класҡа бара. 2-се мәктәптә белем ала, артабан 35-се училищела уҡый, ә һуңынан әрме хеҙмәтенә юллана.
- Мин, башлыса, матди яҡтан ярҙам күрһәтәм. Кәрәкле әйберҙәрҙе кешеләр үҙҙәре һайлап ала. Әйтәйек, «Ак калфак» татар ҡатын-ҡыҙҙары конгресы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙ өсөн эске кейем-һалым, урын-ер кәрәк-яраҡтары тегә, маскировка селтәрҙәре үрә. Мин финанс яҡтан ярҙам итәм: кәрәкле туҡымалар, ептәр һәм башҡа материалдар һатып алам, - тип уртаҡлаша Айрат Исмәғилов.

- Айрат Рәфҡәт улы - кварталыбыҙҙың ғына түгел, ә тотош ил яҙмышына битараф булмаған кеше. Ул үҙенең шәхси эшен генә түгел, ә тирә-яҡтағыларҙың тормошон да яҡшыртыу өсөн көс түгә. Үҙе үтә тыйнаҡ, башҡарған изге эштәрен күрһәтергә яратмай, әммә уның Өфөләге балалар йортона ярҙам итеүен яҡшы беләбеҙ. Беҙ йәшәгән 116-сы кварталда матур бер йола бар - йыл һайын балалар өсөн спорт байрамдарын ойошторабыҙ.Бында ла Айрат үҙ өлөшөн индермәй ҡалмай, һәр ваҡыт ярҙам күрһәтә. Әммә ул бының менән генә сикләнмәй, махсус хәрби операция яугирҙарына ла булышлыҡ итә - бағымсылыҡ аҡсаһына Башҡортостан яугирҙарына ойоҡбаштар, аҙыҡ-түлек, тәм-том, госпиталдәр өсөн кәрәкле нимәләр һатып алына, - тип һөйләй 116-сы кварталда йәшәүсе Айрат Бәширов.


- Мин үҙем ошо кварталда үҫтем, шуға күрә урындағы балаларғабәләкәй генә булһа ла бүләктәр әҙерләгем килде, иң мөһиме - иғтибар. Өфөләге балалар йорто менән хеҙмәттәшлек алты йыл элек башланды һәм бөгөнгәсә дауам итә. Улар миңә биргән аҡсаға нимә алыуҙары тураһында даими отчет ебәрәләр. Балалар йортона ярҙам итеү - иң изге эштәрҙең береһе тип иҫәпләйем. Сөнки унда ата-әсә наҙынан мәхрүм булған балалар йәшәй. Беҙгә әлеге ауыр заманда айырыуса миһырбанлы булыу мөһим, - ти Айрат Исмәғилов.
Ул хәләл ефете Альбина менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән, хәҙер был изге эштә уға бөтә ғаиләһе ярҙам итә.
- Ғаиләм - минең терәгем, - ти Айрат Рәфҡәт улы. - Әсәйем Гөлшат Рәшит ҡыҙы ла гел ярҙам итеп тора. Кеше хәсрәтенә битараф ҡалырға ярамай. Яҡшылыҡ барыбер үҙеңә кире әйләнеп ҡайта.

Күптәргә өлгө булырлыҡ
Күптәргә өлгө булырлыҡ
Автор:Дина Галеева
Читайте нас