

Иғтибар үҙәгендә - ҡала юлдарына һәм йәйәүлеләр үткәүелдәренә билдә һалыу. Быйыл уның өсөн буяу түгел, ә термопластик ҡулланасаҡтар. Был маҡсатҡа 14 млн һум тирәһе йүнәлтеү планлаштырыла. Эштәрҙе Салауат белгестәре
башҡара. Әлеге технологияға өҫтөнлөк биреүҙең үҙ сәбәптәре бар. Беренсенән, термопластик буяуға ҡарағанда оҙағыраҡ хеҙмәт итә, уға ямғыр, ҡар һәм һауа температураһы үҙгәреүе зыян килтермәй. Икенсенән, ул юлда яҡшыраҡ күренә, сөнки яҡтылыҡты сағылдыра, шуға разметканы төндә лә һәйбәт төҫмөрләп була.
- Бөгөн беҙ ҡалабыҙҙы таҙартыу һәм йыйыштырыу эштәрен ҡараныҡ, ләкин төп маҡсат - юлдарға билдә һалыуҙы контролдә тотоу. Быйыл ҡаланың барлыҡ йәйәүлеләр үткәүелдәрендә «зебра»ны термопластик менән эшләйбеҙ, был водителдәргә ҡараңғы ваҡытта йәйәүлене күрергә ярҙам итә. Әле беҙ юл киҫелештәрен закон талаптарына ярашлы хәлгә килтереү өҫтөндә эшләйбеҙ, уларҙың һәр береһендә кәртәләр булырға тейеш. Был эш ҙур финанс сығымдарын
талап итә. Кәртәләр эшләйәсәк холоҡ төҙәтеү учреждениелары менән контракттар төҙөйбөҙ, һуңынан уларҙы урынлаштырасаҡбыҙ. Һәм, әлбиттә, ағас олондарын ағартырға кәрәк - буяу алынған, эш алып барыла, - тип уртаҡлашты Марат Зәһиҙуллин.
Әлегә эштәр Өфө, Островский урамдарында бара. Подрядсылар үҙ эштәрен үҙәк урамдарҙан башлаған, артабан башҡа урамдарға күсә. Эштәр 1 июнгә тиклем тамамланырға тейеш.
Ольга ИСАКОВА фотоһы.