

- Айрат Рәфҡәт улы - үҙ кварталыбыҙҙың ғына түгел, ә тотош ил яҙмышына битараф булмаған кеше. Ул үҙенең шәхси эшен генә түгел, ә тирә-яҡтағыларҙың тормошон да яҡшыртыу өсөн көс түгә. Үҙе үтә тыйнаҡ, башҡарған изге эштәрен күрһәтергә яратмай, әммә уның Өфөләге балалар йортона ярҙам итеүен яҡшы беләбеҙ. Беҙ йәшәгән 116-сы кварталда матур бер йола бар - йыл һайын балалар өсөн спорт байрамдарын ойошторабыҙ. Бында ла Айрат үҙ өлөшөн индермәй ҡалмай, һәр ваҡыт ярҙам күрһәтә. Әммә ул бының менән генә сикләнмәй, махсус хәрби операция яугирҙарына ла булышлыҡ итә - бағымсылыҡ аҡсаһына Башҡортостан яугирҙарына ойоҡбаштар, аҙыҡ-түлек, тәм-том, госпиталдәр өсөн кәрәкле нимәләр һатып алына, - тип һөйләй 116-сы кварталда йәшәүсе Айрат Бәширов.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам йыйыуға индергән ҙур шәхси өлөшө өсөн «Ватанды һаҡлаусылар» социаль фонды ҡарары менән Айрат Рәфҡәт улы Исмәғилевҡа «Рәсәй ирекмәне» миҙалы тапшырылған,
хәйриә эшмәкәрлеге ҡала хакимиәтенең һәм спорт комитеты идаралығының рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Уның изге эштәрендә әсәһе Гөлшат Рәшит ҡыҙы, ҡатыны Альбина Тәлғәт ҡыҙы, шулай уҡ ҡыҙының һәм улының ғаиләләре ярҙам итә.
Айрат Исмәғилевтың яугирҙарға ярҙам итеүе итеүе юҡҡа түгел. Уның олатаһы - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 1902 йылда тыуған, пехотасы, Тыуған илебеҙҙе яҡлап, батырҙарса алышҡан, орден-миҙалдар менән бүләкләнгән. Ә бөгөн иһә уның ейәне үҙенең изге эштәре менән уның юлын лайыҡлы дауам итә.