газета "Салауат"
+29 °С
Облачно
Йәмғиәт
15 Мая , 08:06

Ғаилә ҡиммәттәре - бөгөнгө актуаль тема

Ветерандар советы йыйылышында төрлө йәштәге кешеләрҙе берләштергән төп тема - ғаилә ҡиммәттәре. Сараға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ветерандар һәм уларҙың яҡындары ла саҡырылғайны. 

Ғаилә ҡиммәттәре - бөгөнгө актуаль темаҒаилә ҡиммәттәре - бөгөнгө актуаль тема
Ғаилә ҡиммәттәре - бөгөнгө актуаль тема

Ҡала башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Азат Юлтимеров халыҡтар  берҙәмлеге илебеҙҙең ныҡлығы өсөн ни тиклем мөһим булыуын билдәләп, үҙ ғаиләһен миҫал итеп килтерҙе. Уның ғаиләһендә төрлө милләт кешеләре йәшәй: күпселеге башҡорттар, килене - грузин, ҡоҙалары - үзбәк һәм рус.
Ҡала Советы ағзаһы һәм «Ватанды һаҡлаусылар» фондының социаль координаторы Сергей Данилов ветерандарға рус һәм башҡорт телдәрендә рәхмәт белдерҙе. 
Чернобыль һәләкәтен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан Марат Ғарипов үҙен илһамландырған нимәләр тураһында һөйләне: 
«Мөхәббәт - ул һөнәр, сөнки ул оҫталыҡҡа нигеҙләнгән. Кеше бер-береһен ғәфү итергә, кәрәк саҡта буйһонорға, ҡайһы саҡта ныҡ торорға, һәм  иң мөһиме - хөрмәт итергә тейеш».
Ветерандар советы рәйесе Суфия Етеханова махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә тыныслыҡ һәм мөхәббәт символы булған  күгәрсендәр бүләк итте.
- Һеҙгә оҙон ғүмер, мөхәббәт, илебеҙгә тоғро хеҙмәт, балаларығыҙҙың ихтирамын һәм ата-әсәйегеҙҙе  хөрмәт итеүегеҙҙе теләйем, - тине ул.
Осрашыуҙа махсус хәрби операция ветерандары үҙҙәренең хәтирәләре менән уртаҡлашты, киләсәккә пландары менән бүлеште. Күптәре фронтта ғаиләләренең ярҙамы ҙур булыуын билдәләне.
«Рожок» позывнойлы ветеран былай тип һөйләй:
«Төшөмдә мәрхүм әсәйем яныма килде. Шундай төштәрҙән һуң уянаһың да, улар ярҙам итергә килдеме икән, тип уйлайһың. Әсә һөйөүенән дә көслө нимә юҡ. Ата-әсәйегеҙгә  шылтыратырға онотмағыҙ, ә иң яҡшыһы - яндарында булығыҙ».
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Надежда Ханнанова «Зәңгәр күлдәргә ҡарайым» йырын башҡарып, йыйылышта ҡатнашыусыларға байрам кәйефе бүләк итте.
Зилә СӘЛИМОВА.

Фото ҡала хакимиәтенән.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас