газета "Салауат"
+29 °С
Облачно
Йәмғиәт
14 Мая , 12:28

Тарих битен яҙған ветеран

Салауатта Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Таис Ғөбәй улы Колышев үҙенең 101 йәшен билдәләне.

Тарих битен яҙған ветеранТарих битен яҙған ветеран
Тарих битен яҙған ветеран

Уны ҡотларға ҡала хакимиәте башлығы Марат Заһиҙуллин, уның урынбаҫарҙары, ҡала советы рәйесе Алексей Соболев, депутаттар, ветерандар советы рәйесе Суфия Етеханова килде. Улар ветеранға батырлығы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн тәрән рәхмәт белдерҙе, сәскәләр һәм бүләктәр тапшырҙы.
- Хөрмәтле Таис Ғөбәй улы! Һеҙ - тере легенда, яҙмышығыҙ Бөйөк Еңеүебеҙ тарихы менән тығыҙ бәйләнгән. Һеҙҙең тормош юлығыҙ - батырлыҡ, ҡаҡшамаҫ ихтыяр һәм Тыуған илгә һөйөүҙең ысын өлгөһө. Ҡалабыҙҙа шундай шәхес йәшәүе менән ғорурланабыҙ. Ныҡлы һаулыҡ, рух күтәренкелеге һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ, - тине үҙ ҡотлауында Марат Зәһиҙуллин.
- Ҡала Советы һәм шәхсән үҙемдең исемдән һеҙҙе 101 йәшегеҙ менән ҡотлайым! Һеҙ ҡалабыҙҙың тормошона һәм үҫешенә ҙур өлөш индергәнһегеҙ һәм әле лә шул юҫыҡтағы эшегеҙҙе дауам итәһегеҙ. Һеҙгә ихлас күңелдән дәрт, оптимизм теләйем, һәр яңы көн тик шатлыҡ һәм тыныслыҡ килтерһен. Беҙ һеҙгә һәр ваҡыт ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ, - тине Алексей Соболев.
Ҡотлауҙарға Суфия Етеханова ла ҡушылды:
- Таис Ғөбәй улы! Һеҙ - бөтә быуындар өсөн ғорурлыҡ. Һеҙҙе бөтә ҡала халҡы ярата һәм хөрмәт итә. Ғаиләгеҙҙе, яҡындарығыҙҙы шатландырып оҙаҡ йәшәгеҙ. Иң мөһиме - ныҡлы һаулыҡ. Киләһе йылда ла һеҙҙе тыуған көнөгөҙ һәм Еңеү көнө менән ҡотларға килергә насип булһын!
Ветеран өсөн төп көс сығанағы - ғаиләһе. Ул яҡындарының һөйөүенә һәм иғтибарына сорналып йәшәй.
- Олатайыбыҙ - бөтә ғаиләбеҙ өсөн батырлыҡ һәм сикһеҙ мөхәббәт өлгөһө. Беҙ уны бик хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ, уның яныбыҙҙа булыуы менән бәхетлебеҙ, - тип уртаҡлаша ветерандың ейәнсәре Валентина Дьякова. - «Ветеран йорто алдында парад» өсөн айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Уны ҡотларға ҡала хакимиәте, төрлө дәүләт структуралары вәкилдәре килде. Олатайыбыһ шул тиклем шатланды!
Таис Ғөбәй улының Салауат индустриаль колледжында уҡыған бүләһе Валерий Дьяков ҡарт олатаһының бөтә быуындың ғорурлығы булыуын билдәләне:
- Бөгөн ҡарт олатайымды 101 йәше менән ҡотларға мин дә килдем. Ул барыбыҙ өсөн дә батырлыҡ һәм аҡыл өлгөһө булып тора. Уның хәтирәләре беҙҙе шул ваҡыттағы ваҡиғаларға алып ҡайтҡандай була. Ҡәҙерлебеҙ - оҙон ғүмер .юлын кисергән кеше, беҙгә төплө кәңәштәрен бирә, тормош тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Уның менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.
- Оло йәшенә ҡарамаҫтан, ул бөтә ваҡиғалар тураһында ла хәбәрҙар. Күптән түгел генә ейәненең диплом эше менән ҡыҙыҡһынды. Баҡсаһын да бик ярата. Ул бер үҙе йәшәй, ләкин беҙ уның хаҡында даими хәстәрлек күрәбеҙ: ашарға әҙерләйбеҙ, көн дә шылтыратып хәлен беләбеҙ, бәйләнешкә сыҡмайыраҡ торһа, борсолабыҙ, - тип уртаҡлашты ветерандың ҡыҙы Ольга Кузнецова.
Таис Ғөбәй улы иғтибарҙары һәм ҡотлауҙары өсөн барыһына ла рәхмәт белдерҙе, ауыр һуғыштан һуң илдә Салауат кеүек ҡалаларҙың үҫеүен ғорурлыҡ менән билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, был элекке Советтар Союзының иң төҙөк һәм матур ҡалаларының береһе булған.
- Ҡалабыҙ минең күҙ алдымда үҫте. Карл Маркс урамынан көньяҡта төҙөлгән бөтә нимә мин эшләгән саҡта барлыҡҡа килде. Проектлаусылар һәм төҙөүселәр менән тығыҙ эшләнем, бөтә документация минең ҡулдар аша үтте. Был объекттарҙың күбеһен әле лә хәтерләйем. Ошондай матур ҡалала йәшәүем менән ғорурланам, уны бик ҡәҙерләйем һәм яратам. Салауаттың матур булып үҫешкәнен күреү күңелдә ғорурлыҡ хисе уята, - тине ул.



Тарих битен яҙған ветеран
Тарих битен яҙған ветеран
Тарих битен яҙған ветеран
Тарих битен яҙған ветеран
Тарих битен яҙған ветеран
Тарих битен яҙған ветеран
Тарих битен яҙған ветеран
Тарих битен яҙған ветеран
Автор:Дина Галеева
Читайте нас