газета "Салауат"
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
12 Мая , 15:51

Башҡортостандың йәйге лагерҙарында яҡынса 200 мең уҡыусы ял итәсәк

Республикала йәйге осорҙа 1 940 балалар һауыҡтырыу лагеры эшләүе күҙаллана. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеоэлемтә режимында уҙғарған оператив кәңәшмәлә төбәктең мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин хәбәр итте.

Башҡортостандың йәйге лагерҙарында яҡынса 200 мең уҡыусы ял итәсәкБашҡортостандың йәйге лагерҙарында яҡынса 200 мең уҡыусы ял итәсәк
Башҡортостандың йәйге лагерҙарында яҡынса 200 мең уҡыусы ял итәсәк

Төрлө типтағы йәйге лагерҙарҙа 201 меңдән ашыу уҡыусы ял итәсәк, тағы ла 232 мең бала өсөн мәҙәни һәм спорт саралары, походтар, слёттар, экскурсиялар, клубтарҙа саралар, оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Шулай уҡ Башҡортостан йәйге ялға Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан 600 баланы ҡабул итә. 2026 йылда һауыҡтырыу кампанияһын финанслауға бөтәһе 2,97 миллиард һум ҡаралған.

2023 йылдан республикала тиҙ төҙөлә торған торлаҡ модулдәрен булдырыу һәм ҡала ситендәге стационар лагерҙарҙа капиталь ремонт үткәреү буйынса федераль проект тормошҡа ашырыла. Ошо осорҙа төбәктә 13 конструкция төҙөлгән, ике аҙыҡ-түлек блогы һәм медблок ремонтланған. 2026 йылда был программа буйынса Дәүләкән районының «Тәбиғәт дуҫы» һәм Стәрлетамаҡ районының «Башаҡ» балалар һауыҡтырыу лагерҙарында аҙыҡ-түлек блоктары яңыртыла, Туймазы районының Гайдар исемендәге лагерында, Ҡыйғы районының «Маяҡ» и һәм Ейәнсура районының «Ал елкән» йәйге лагерҙарында торлаҡ модулдәре төҙөлә.

Илдар Мәүлитбирҙин билдәләүенсә, балалар һауыҡтырыу лагерҙарының 82 проценты күҙәтеү хеҙмәттәренән ыңғай һығымта алған һәм 1 июндән эш башларға әҙер.

Балалар өсөн сифатлы һәм хәүефһеҙ ял ойоштороу мөһим, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.

– Был эштә принципиаль булырға һәм еренә еткереп эшләргә кәрәк, – тип йомғаҡ яһаны төбәк етәксеһе.
Автор:
Читайте нас