газета "Салауат"
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
12 Мая , 15:50

2026 йылда Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыуға 1,4 милли

Башҡортостанда 2026 йылда һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһын тормошҡа ашырыуға 1,4 миллиард һум, шул иҫәптән федераль бюджеттан 992 миллион һум йүнәлтелә. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров видеоэлемтә режимында уҙғарған оператив кәңәшмәлә төбәктең һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте.

2026 йылда Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыуға 1,4 милли2026 йылда Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыуға 1,4 милли
2026 йылда Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыуға 1,4 милли

2025 йылда Башҡортостанда «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектының «Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу» федераль проекты ярҙамында Благовещенда, Учалыла һәм Яңауылда, шулай уҡ Асҡын, Баҡалы, Асҡар ауылдарында алты поликлиника төҙөлгән. Бынан тыш, туғыҙ медицина ойошмаһы капиталь ремонтланған, 137 тиҙ төҙөлә торған модуль конструкция, шул иҫәптән 124 фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡуйылған.

Республикала медицина ойошмаларының матди-техник базаһын нығытыу дауам итә, тип билдәләне министр. 2025 йылда һаулыҡ һаҡлау учреждениелары 5 мең берәмек ҡорамал алыуға ирешкән, шул иҫәптән маммографтар, рентген-аппараттар һәм УЗИ аппараттары. Шулай уҡ медицина ойошмалары өсөн 99 санитар автомобиль һатып алынған.

Республикала 2026 йылда Иглинда поликлиника төҙөй башлау, Октябрьский ҡалаһының 1-се дауаханаһының балалар стационарын һәм Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһы стационарын капиталь ремонтлау күҙаллана. Шулай уҡ һигеҙ модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡуйыласаҡ.

Башҡортостан Башлығы республика райондарында яңы медицина учреждениеларын төҙөүҙе тамамлауҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Иглин ауылында күптән көтөлгән поликлиника быйыл уҡ төҙөлә башлаясаҡ. Был күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә, әле унда пациенттар өсөн шарттар, йомшаҡ итеп әйткәндә, идеаль тороштан алыҫ. Ә район ҙур, һәм ул йылдам үҫешеүен дауам итә, – тине Радий Хәбиров.
Автор:
Читайте нас