

Ҡунаҡтар өсөн трибуналарҙа Бөйөк Ватан һуғышы һәм махсус хәрби операция ветерандары, тыл эшсәндәре, һуғыш балалары, хәрби хеҙмәт, хеҙмәт һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары урын алды.
Тантаналы сарала ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сәләмләне.
Радий Хәбиров сығышының стенограммаһы:
Ҡәҙерле ветерандар! Хөрмәтле ватандаштар, парадта ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар! Махсус хәрби операция яугирҙары!
Барығыҙҙы ла Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығы менән ҡотлайым!
Еңеү көнө һәр ваҡыт халҡыбыҙҙың бөйөк батырлығы, уның берҙәмлеге, ҡаһарманлығы һәм ҡаҡшамаҫ ихтыяры билдәһе булып ҡаласаҡ.
1945 йылдың 9 майы – илебеҙ тарихына мәңгелеккә яҙылған изге дата. Бөгөн ғаиләләрҙә фронтовиктарҙы, тыл эшсәндәрен хөрмәтләйҙәр, геройҙарын иҫкә алалар. Улар үҙҙәренең ҡаҡшамаҫ ихтыяр көсө, батырлығы һәм ҡаһарманлығы менән кешелекте ҡотҡарған.
Беҙ, ғүмерҙәрен аямайынса, Ватаныбыҙҙы яҡлағандарҙың яҡты иҫтәлеге алдында баш эйәбеҙ. Мәңгелек дан!
Уларҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алайыҡ.
(Бер минут тынлыҡ)
Ҡәҙерле дуҫтар!
Бөгөн беҙ йәнә нацизмға ҡаршы көрәшәбеҙ. Һәм беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һәр береһе менән ғорурланабыҙ. Яҡташтарыбыҙ хәрби бурысын намыҫ менән үтәй.
Хөрмәтле иптәштәр!
Башҡортостан халҡы ҡаһарман яҡташтарыбыҙға ярҙам итеү өсөн берләште. Беҙ Президентыбыҙҙың ҡарарҙары тирәләй тупландыҡ һәм Еңеү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ.
Беҙ артабан да ветерандарыбыҙға тиңләшербеҙ һәм еңеүселәр быуынының бөйөк мираҫын ҡәҙерләп һаҡлаясаҡбыҙ.
Еңеүсе халыҡҡа дан! Бөйөк Еңеү көнө менән!
Ура, иптәштәр!
***
Полковник Ринат Латипов етәкселегендәге парадты Башҡортостандың хәрби комиссары, Өфө территориаль гарнизоны начальнигы, полковник Михаил Блажевич ҡабул итте. Ленин исемендәге майҙан буйлап 25 парад расчёты үтте: Өфө гарнизоны хәрбиҙәре, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар – «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙары, Өфөлә урынлашҡан көс структуралары учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, хәрби хәрәкәттәр һәм хәрби хеҙмәт ветерандары, уҡыу йорттары курсанттары һәм кадеттары, Шайморатов кластары уҡыусылары.
Тантаналы өлөштән һуң республика Башлығы Радий Хәбиров парад расчёттары командирҙары һәм сараның абруйлы ҡунаҡтары – Бөйөк Ватан һуғышы, ҡораллы бәрелештәр ветерандары – менән аралашты.