газета "Салауат"
+23 °С
Облачно
Йәмғиәт
5 Мая , 06:23

Йәмле Ағиҙел буйында

Салауат ҡалаһының Ағиҙел йылғаһы буйы «Рәсәй парктары» III Бөтә Рәсәй премияһының «Спорт паркы» номинацияһында еңеүсе булды. Төҙөлөш министрлығы һәм илдең парктар ассоциацияһы өсөнсө йыл үткәргән конкурста бөтә илдән 459 ғариза килә, 32 номинация билдәләнә.

Йәмле Ағиҙел буйындаЙәмле Ағиҙел буйында
Йәмле Ағиҙел буйында

Салауатта Ағиҙел йылғаһы буйы «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» проекты ярҙамында төҙөкләндерелде, ул 2025 йылдан «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектының  бер өлөшө булып тора. Һөҙөмтәлә, ҡала халҡы спорт  майҙансыҡтары, снарядтар һәм тренажерҙар менән яңыртылған йәмәғәт киңлеген алды, унда пляж волейболы, футбол һәм стритбол, йүгереү, скандинавса йөрөш, шахмат, өҫтәл теннисы, воркаут, скейтбординг менән шөғөлләнергә, трюклы
самокаттарҙа һәм велосипедтарҙа ярышырға мөмкин.
- Хәҙер Салауатта федераль кимәлдә лайыҡлы баһаланған бынамын тигән йәлеп итеү нөктәһе бар, - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. - Бына был - территорияны төҙөкләндергәндә уйлап, күңел биреп эшләгәндең асыҡ миҫалы. Яңыртылған биләмәлә һәр ваҡыт кеше күп. Бында тормош ҡайнай, ярыштар, спорт ваҡиғалары даими үтә.


- Был - ҡалабыҙҙы һәм дөйөм эшебеҙҙе таныу. Проектлаусылар, төҙөүселәр һәм төҙөкләндереүселәр Ағиҙел буйы икенсе төҫ алһын өсөн  күп көс һалды. Көн һайын бында балалары менән килеүселәр, спорт менән шөғөлләнеүселәр һәм башҡалар ошо урындың ысын тартылыу үҙәгенә әүерелә алырына ышанды. Республика етәкселегенә ярҙам күрһәткәндәре, проектлаусыларға һәм төҙөүселәргә - сифатлы эштәре, ә ҡала халҡына был  урынды үҙ иткәндәре өсөн айырым рәхмәт һүҙҙәрен белдерәм. Был еңеү Башҡортостанда парктарҙы бик юғары кимәлдә эшләй белеүҙәрен раҫлай. Салауаттың да быға үҙ өлөшөн индереүенә бик шатмын, - тип билдәләне ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин.


Төҙөкләндерелгән Ағиҙел буйын барыһы ла ярата, бында бөтә уңайлыҡтар булдырылған: спорт менән шөғөлләнеү өсөн тренажерҙар, волейбол, футбол  һәм баскетбол майҙансыҡтары, теннис өҫтәлдәре бар. Велосипедсылар өсөн махсус трасса һалынған, ә скейтборд һәм трюклы самокаттарҙа йөрөүселәр өсөн махсус урын булдырылған. Балалар бәүелсәктәрҙә бәүелә, батуттарҙа һикерә ала. Бындағы биләмә тулыһынса йәшеллеккә күмелгән, бихисап үҙенсәлекле ағастар һәм ҡыуаҡлыҡтар үҫә. Рудольф алмағастары сағыу ҡыҙғылт сәскә ата, декоратив «Колорато» сортлы муйыл ҡыҙыл эре емештәре менән күҙҙең яуын ала. Шулай уҡ йүкә,  ҡарағай, спиреялар һәм гортензиялар тирә-яҡты йәшеллеккә күмә.

Был гүзәллекте булдырыу өсөн йылдар буйына күп көс һалына. Реконструкция эштәре өс этапта алып барыла. Эштәр 2020 йылдың йәйендә  старт алһа ла, барыһы ла шыма ғына бармай, хатта подрядсыларҙы алмаштырырға ла тура килә. Беренсе этапта 129 миллион һумға яңы яҡтыртыу системаһы, амфитеатр, павильон барлыҡҡа килә. Юлдарға асфальт  һәм брусчатка түшәлә, йүгереү юлы йыһазландырыла, бәләкәй архитектура формалары ҡуйыла. 
2020 йылдың 21 ноябрендә эш сәфәре барышында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров эштәр барышын шәхсән контролдә  тотоу өсөн Ағиҙел йылғаһы буйында булды. Икенсе этапты тормошҡа ашырыуға 53 миллион һум аҡса бүленгән, эштәр 2021 йылда башҡарылған: йылғаға уңайлы төшөү юлдары һалына, свайҙарға нигеҙләнгән ҡоролма урынлаштырыла.  2022 йылда «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» проекты сиктәрендә реконструкциялауҙың өсөнсө, һуңғы этабы үтте. Уның һөҙөмтәһендә ваҡиға майҙансығы, газонлы убалар, Һабантуй майҙансығы һәм яңы  велосипед-йәйәүлеләр маршруттары барлыҡҡа килә, улар бөтә майҙандарҙы берләштерә. Ошо уҡ йылда бында беренсе ҙур байрам - Йәштәр көнө үткәрелә. Шунан һуң Ағиҙел буйы рәсми тантаналар үткәреү өсөн төп майҙансыҡҡа әйләнә, шул иҫәптә Бөйөк Еңеүҙең 80, Салауат ҡалаһының 75 йыллығы билдәләнә,  республика кимәлендәге «Ағиҙел ынйылары» фестиваль-конкурсын һәм Сауҙа көнөн үҙендә ҡабул итә. 

Әлбиттә, волейбол, баскетбол, футбол,  теннис һәм хатта көрәш буйынса спорт ярыштары ла ситтә ҡалмай. Тап ошонда «Абилимпикс» һөнәри оҫталыҡ  чемпионаты сиктәрендә  беренсе Мөмкинлектәр фестивале ойошторола, унда психоневрология интернаттары һәм коррекцион мәктәп-интернаттары  тәрбиәләнеүселәре ҡатнаша. Бында алыҫтан уҡ күренеп торған «Рәхим итегеҙ» аркаһы үткән быуаттың 70-се йылдарында уҡ ҡуйылған. Ваҡыт үтеү менән ул иҫкерә һәм үҙенең элекке күркәмлеген юғалта. Төҙөкләндереү барышында иҫке арканы һүтеп, уның  урынына яңыһын ҡуялар, әммә шул уҡ яҙыуҙы ҡалдыралар. Велосипедсылар һәм йәйәүлеләр ағымын айырып торған махсус билдә барлыҡҡа килә. Йәшел газонда арт-объекттар - йәшел төҫтәге рояль һәм һөйкөмлө айыуҙар урын ала. Хатта Ҡотҡарыу станцияһының ҡоймаһы ла рәссамдар өсөн мольбертҡа әүерелә: уның уң өлөшөн пляж ялы күренештәре, ә һул яғын ут менән көрәшеүселәрҙе данлаған композиция биҙәй.
Ҡала ландшафт дизайны конкурсы сиктәрендә яр буйында дүрт үҙенсәлекле йәшел зона булдырылған. Был урындарҙа төшкән сағыу фотоларҙы социаль селтәрҙәрҙә йыш осратырға мөмкин. Йәш парҙар ҙа ошо арт-объекттарҙы туй фотосессияһы өсөн уңышлы файҙалана. Йәшелләндереү буйынса эштәр дауам итте: «Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә бында 52 ваҡ япраҡлы йүкә ағасы ултыртылды. 

Хәүефһеҙлек тә иғтибарҙан ситтә ҡалманы: Губкин урамынан Дуҫлыҡ урамына тиклемге арауыҡта заманса яҡтылыҡ-диодлы яҡтыртҡыстар  ҡуйылды. 2024 йылдан башлап баҡсасылар өсөн махсус автобус маршруттары Ағиҙел йылғаһы яры аша үтә. 2025 йылдың декабрендә бында махсус маршрут ебәрелә. Ағиҙел буйында даими рәүештә өмәләр үткәрелә, унда ҡала халҡы  бик теләп ҡатнаша. Сөнки яңыртылған биләмә - ул иркен, күп яҡлы һәм төрлө планлы киңлек, унда ижад итеү һәм камиллашыу өсөн бер ниндәй ҙә кәртәләр юҡ. Уның өҫтөнлөктәрен салауаттар белә һәм ярата. Тағы бер республика проекты - Мәләүез районындағы «Воскресенск заводы» тарихи-мәҙәни комплексы «Рәсәй парктары» Бөтә Рәсәй премияһының «Тарихи-архитектура, музей парктары, усадьбалар» номинацияһында тәүге бишәү иҫәбенә инде. Төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш биреү дауам итә. Салауаттар Дзержинский урамындағы участканы һайлай ала, ул киләһе йылда тәртипкә килтереләсәк.

Надежда ФАРРАХОВА, Алена БИЗИКИНА фотолары.

Йәмле Ағиҙел буйында
Йәмле Ағиҙел буйында
Йәмле Ағиҙел буйында
Йәмле Ағиҙел буйында
Автор:Дина Галеева
Читайте нас