

Был мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн Өфөнән ике яңы урта класлы автобус килә. Яңы автобустар көтөү ваҡытын кәметергә тейеш. «Башавтотранс» менән бәйле хәлде яҡшыртыу мәсьәләләре ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин,
уның урынбаҫары Данир Зөбәйеров, «Башавтотранс» акционерҙар йәмғитәнең генераль директоры урынбаҫары Алексей Васюра, Салауат филиалы директоры Андрей Пугачев ҡатнашҡан кәңәшмәлә тикшерелде.
- Беҙ «Башавтотранс»ты уларҙың проблемаларын хәл итеүгә финанслауҙы арттырыуҙан тыш, ҡалала юлдарҙы ремонтлауға финанслауҙы күбәйттек, яңы туҡталыш павильондары ҡуйҙыҡ, ҡалала йәшәүселәр, пассажирҙар өсөн уңайлыҡтар булдырырға тырышабыҙ, - тине Данир Зөбәйеров. - Киләһе этап - хәрәкәт графиктарын урынлаштырыу. Һәм бына ошоно иҫәпкә алып, беҙ «Башавтотранс»тан хәрәкәт графигын үтәүҙе һәм автобустар хәрәкәте интервалын кәметеүҙе һорайбыҙ. Был бигерәк тә 1-се һәм 3-сө маршруттарға ҡағыла.
Компания вәкилдәре автобустарҙың һәм водителдәрҙең етмәүе арҡаһында графиктарҙы үтәүҙә ҡыйынлыҡтар тыуыуын аңлатты. Шулай уҡ, маршрут схемаларын да үҙгәртеү талап ителә, ти «Башавтотранс»тың пассажирҙар ташыу буйынса генераль директоры урынбаҫары Алексей Васюра.
- Беҙ халыҡтың уңайлылығы өсөн финанс яғын да ҡарарға ризабыҙ. Резерв кәрәк: әгәр береһе ватылһа, икенсеһе уны алмаштырырға тейеш. Киләсәктә, әгәр маршруттарҙа автобустар сыҡмаһа, компанияға штраф санкциялары ҡулланыласаҡ, - тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе Марат Зәһиҙуллин.
Баҡсасылыҡ миҙгеленең башланыуы ла транспорт системаһына өҫтәмә көс төшөрә.
- Былтыр Индустриаль урамының насар торошо арҡаһында, даими өҙөклөктәр, рейстарҙың туҡтатылыуы арҡаһында 5-се маршрут буйынса күп ялыуҙар алдыҡ. Автобустар резервының, водитель составының булмауы, баҡсаларға миҙгелле маршруттарҙа графикка зыян килтерҙе, - тип аңлатты Данир Зөбәйеров. - Быйыл 5-се маршрутты көсәйтергә теләр инек, сөнки был маршрут буйынса баҡсаларға йөрөүселәр күп.
- 1 майҙан һуң автобустар даими рәүештә 1-се һәм 3-сө ҡала маршруттары буйынса йөрөргә тейеш. Һәм автобустар араһында хәрәкәт интервалын ҡыҫҡартыу мәсьәләһен тикшерәбеҙ, - тип йомғаҡ яһаны Марат Зәһиҙуллин.
Урта класлы өҫтәмә автобусты яҡын киләсәктә сафҡа индерергә планлаштыралар. Моғайын, ул 1-се маршрут хәрәкәтенә сығыр. Дөйөм алғанда, йәмәғәт транспорты системаһын яҡшыртыу өсөн, бары тик финанслауҙы арттырыу ғына етмәй, ә системалы проблемаларҙы асыҡлау һәм уларҙы хәл итеү өсөн комплекслы стратегия ла талап ителә. Хакимиәттең ҡәтғи позицияһы, «Башавтотранс»тың яуаплылығын арттырыу һәм пассажирҙарҙың уңайлылығын беренсе урынға ҡуйыу, ҡалала йәмәғәт транспортының ышаныслы һәм етештереүсән системаһын булдырыуға булышлыҡ итәсәк. Киләсәктә, был сараларҙың ни тиклем емешле булыуын ваҡыт күрһәтер.
Зилә СӘЛИМОВА.
Татьяна ТИМОФЕЕВА фотоһы.