газета "Салауат"
+9 °С
Облачно
Йәмғиәт
30 Апреля , 06:18

Георгий таҫмаһы - Еңеү символы

Салауатта «Георгий таҫмаһы» Бөтә Рәсәй акцияһы старт алды. Еңеү көнөнә тиклем ирекмәндәр 10 мең таҫма тарата.

Георгий таҫмаһы - Еңеү символыГеоргий таҫмаһы - Еңеү символы
Георгий таҫмаһы - Еңеү символы

Ирекмәндәрҙең ҡулдарында - Еңеү символы һәм ветерандарға хөрмәт билдәһе булған Георгий таҫмалары. Салауаттар уларҙы ихлас ҡабул итте.
Роза Сәйфетдинова үҙенең таҫмаһын һаҡлыҡ менән эске кеҫәһенә һалып ҡуйҙы.
- Юғалтмаҫ өсөн, - тип аңлатты ҡатын. - Минең өсөн Георгий таҫмаһы - хәтер һәм рәхмәт, юғалтыуҙар әсеһе һәм Бөйөк Еңеү шатлығының үҙенсәлекле билдәһе. Атайым  - фронтовик, Сталинград янында һуғышта була, контузия
ала. Тыуған ауылына ҡайтып, шофер булып эшләне, урман ташыны. 60-сы йылдарҙа Салауатҡа күстек. Бында мин эшкә урынлаштым, кейәүгә сыҡтым. Атайым 2000 йылда 85 йәшендә донъя ҡуйҙы.
Акция бөтә ил буйынса 22 апрелдә башланды һәм 9 майға тиклем дауам итә. Ошо ваҡыт эсендә Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә 21 миллионға яҡын таҫма таратыла. 
- «Еңеү ирекмәндәре» һәм «Ҡала көсө» ирекмәндәр хәрәкәтенең урындағы бүлексәләре ҡыҙҙары теләгән һәр кемгә таҫмалар тарата. Быйыл беҙ ун мең Георгий  таҫмаһы алдыҡ. Бынан тыш, уларҙы нисек тағып йөрөргә кәрәклеге тураһында һөйләнелгән иҫкәрмәләр ҙә өләшәбеҙ, - ти йәштәр эштәре буйынса комитеттың баш белгесе Илүзә Янбаева.
Салауаттағы ирекмәнлек хәрәкәттәре әүҙем үҫешә һәм хатта йәштәрҙе ҡалаға йәлеп итеүсе көскә әйләнә бара.

Регина Рәхмәтуллина - Салауат медицина колледжының 1-се курс студенты, «Дауалау эше»  белгеслеге буйынса уҡый. Ул башҡа төбәктә йәшәгән, йәйге каникулдарға Салауатҡа туғандарына килеп йөрөгән. Дүрт йыл элек, аралашыу
етмәгәнен күреп, уға атаһы ирекмәндәр эшмәкәрлегендә үҙ көсөн һынап ҡарарға кәңәш итә. «Ҡала көсө» командаһына Регина шулай килеп эләгә. 
- Мин һәр ваҡыт изгелек ҡылырға яраттым йәмғиәткә файҙалы эштәр башҡарыу мине рухи яҡтан байыта. Бында фекерҙәштәр таптым, тиҙ арала дуҫлашып киттек, сөнки барыбыҙ ҙа бер тулҡында. Шуға күрә лә киләсәк һөнәремде кешеләргә ярҙам итеү менән бәйләргә ҡарар иттем һәм Салауатҡа уҡырға килдем, - ти Регина Рәхмәтуллина. 
Ҡала халҡының ирекмәндәргә ҡарата йылы мөнәсәбәте һиҙелеп торҙо, таҫмаларҙы күптәре үҙҙәре килеп алды. Улар араһында «САХ Плюс» йыйыштырыусыһы Галина Ивановна ла бар ине. Георгий таҫмаһын ул тулҡынланып алды һәм шунда уҡ эш жилетына, йөрәк яғына ҡаҙап та ҡуйҙы.
- Еңеү көнөнә тиклем тағып йөрөйәсәкмен. 9 май иртән үҙемдең участкамды йыйыштырып сыҡҡандан һуң парадҡа барам. Был бит ҙур байрам! Минең олатайым һуғыштан әйләнеп ҡайтманы, беҙ тыныс тормошта йәшәһен өсөн ғүмерен бирҙе, - тине ул.
Салауатта Георгий таҫмаларын таратыу дауам итә: 1 майҙа - Ленин исемендәге майҙанда,  5 майҙа - мәҙәниәт һәм ял паркында, 7 майҙа - Батыр аллеяһында - сәғәт киске 5-тән 6-ға тиклем; 8 майҙа - «Юрматы ере» мемориаль комплексында көндөҙгө 12-се яртынан төшкө 1-гә тиклем; 9 майҙа - «Мәңгелек ут» мемориаль комплексында иртәнге 9-ҙан 11-се яртыға тиклем; «Салауат» спорт-мәҙәниәт  комплексы янында - иртәнге 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем.
Ольга ИСАКОВА фотоһы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас