

Быйылғы акцияның үҙенсәлеге шунда: унда 1-се курс студенты Вячеслав Романовтың ата-әсәһе лә ҡатнашты. Вячеславтың атаһы, Михаил Романов, махсус хәрби операцияһынан яраланып ҡайтҡан. Ватан алдындағы ҡаһарманлығы өсөн ул «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. Михаил Евгеньевич үҙ сығышында йәштәргә тыуған илгә тоғро булырға, уның ысын гражданы булып үҫергә саҡырҙы. Әсәһе Наталья Михайловна үҙҙәренең тормош юлы тураһында һөйләп, диктантта ҡатнашыусыларға уңыштар һәм яҡшы баһалар теләне.
Диктант өсөн һайланған текст темалары ла бик актуаль ине: Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге, Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә йылы, шулай уҡ башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙың 200 йыллығы.
Акцияны ойоштороуҙа башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлфиназ Шәрәфетдинова ҙур тырышлыҡ һалды. Диктант тексын уҡып ишеттереү эшен колледж уҡытыусыһы Эльвира Маликова башҡарҙы.
Был акция башҡорт теленең байлығын, матурлығын күрһәтеү менән бер рәттән, милли рухты күтәреүгә, йәш быуынды үҙ тамырҙарына, тарихына, мәҙәниәтенә тоғро ҡалырға өйрәтеүгә лә булышлыҡ итте. Романовтар ғаиләһенең ҡатнашыуы, айырыуса, патриотизм һәм илһөйәрлек темаларын тәрән аңларға ярҙам итте. Михаил Евгеньевичтың ҡаһарманлығы, тыуған илгә хеҙмәт итеүҙең мөһимлеген асыҡ күрһәтте. Уның һүҙҙәре, һис шикһеҙ, студенттарҙың күңелендә тәрән эҙ ҡалдырҙы. Наталья Михайловнаның үҙ тормош юлы тураһындағы хикәйәһе иһә, ғүмер буйына бергә атлаған парлыҡтың, ғаилә ҡәҙеренең ни тиклем мөһимлеген аңлатырға булышлыҡ итте.