

Фестивалдең мөһим өлөшө асыҡ диалог булды, унда ҡатнашыусылар, эксперттар, бизнес вәкилдәре, остаздар һәм ата-әсәләр һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең һөнәри үҫеше һәм эшкә урынлашыуына ҡағылышлы актуаль мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Осрашыуға «Ватанды һаҡлаусылар» ойошмаһы вәкилдәре һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа килеп, үҙҙәренең фекерҙәрен белдерҙе.
Дискуссиялар барышында инклюзив белем биреүҙең уңайлылығы һәм сифаты, уҡыу программаларын заманса хеҙмәт баҙары талаптарына яраҡлаштырыу, шулай уҡ «Абилимпикс» чемпионаттарында ҡатнашыусыларҙың уңышлы эшкә урынлашыу тарихтары менән уртаҡлашыу кеүек темаларға баҫым яһалды. Йәштәрҙең һөнәри үҫешендә остаздарҙың, педагогтарҙың, ғаиләнең һәм йәмғиәттең роле айырыуса билдәләнде.
«Абилимпикс - уңыш территорияһы» дискуссияһында «АбиАрт» Бөтә Рәсәй һәм алдынғы инвалидтар ойошмалары союзы» йәмәғәт берекмәһе директоры һәм «Абилимпикс» милли чемпионатының ойоштороу комитеты ағзаһы Наталья Крель сығыш яһаны.
- Был бик мөһим осрашыу. Бөгөнгө маҡсатыбыҙ - һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән йәштәрҙең тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән яңы моделдәрҙе күрһәтеү. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы был хәрәкәткә йәлеп итеү, артабанғы профессиональ эшмәкәрлек һәм үҫеш өсөн ниндәйҙер йүнәлештәр һайлау мөмкинлеген булдырыу. Уҡыуҙар өсөн бик ҡыҫҡа программалар эшләнек, - тине Наталья Крель.
«Абилимпикс» хәрәкәтен үҫтереү төбәк үҙәге етәксеһе, Салауат колледжының инклюзив белем биреү буйынса директор урынбаҫары Наилә Шәйәхмәтова:
- Бөгөн беҙҙә «Абилимпикс» төбәк чемпионатының эшлекле программаһы сиктәрендә саралар уҙҙы. Республикала төбәк чемпионаты 6 апрелдән 29-ына тиклем үткәрелә, 130 компетенция, 1300-ҙән ашыу ҡатнашыусы. Чемпионат сиктәрендә ярыштарҙан тыш мотлаҡ эшлекле, спорт, мәҙәникүргәҙмә программаһы булырға тейеш. Шуға күрә бөгөн бында эшлекле программа үткәрҙек. Ул «Абилимпикс» хәрәкәтен үҫтереүгә һәм беҙҙең хәрәкәткә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы индереүгә арналды. Сөнки спорт аша һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр социаль яраҡлашыу мөмкинлектәрен таба. Ә беҙ уларҙы тулыһынса тормошҡа яраҡлаштырырға теләйбеҙ. Ҡатнашыусылар Мәләүез, Күмертау, Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларынан йыйылды. Әүҙем тормош позицияһына эйә булған кешеләрҙе күплеге ҡыуаныслы. Артабан Стәрлетамаҡта «Абилимпикс»та ҡатнашыусылар араһында эшҡыуарлыҡҡа, эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә арналған түңәрәк өҫтәл үтәсәк, унда тәжрибәле эшҡыуарҙар үҙҙәренең ҡаҙаныштары менән уртаҡлашасаҡ.
Эшлекле өлөштән һуң фестиваль спорт уйындары менән дауам итте. Спорт залында волейбол һәм өҫтәл теннисы ярыштары ойошторолдо, шулай уҡ ҡатнашыусылар уҡтан атыу, электрон атыу һәм ГТО нормативтарын тапшырыу кеүек спорт төрҙәрендә үҙҙәрен һынап ҡарай алды. Был спорт саралары һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең физик һәм рухи яҡтан нығыныуына, командала эшләү күнекмәләрен үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Фестивалдең тағы бер мөһим мәле - «Ватанды һаҡлаусылар» ойошмаһы вәкилдәренең бер төркөм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға наградалар тапшырыуы булды.
«Абилимпикс» хәрәкәте, ысынлап та, уңыш биләмәһенә әүерелә бара. Ул һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә үҙҙәренең потенциалын асырға, яңы һөнәрҙәр үҙләштерергә, эшкә урынлашырға һәм йәмғиәттә тулы хоҡуҡлы ағза булып йәшәргә мөмкинлек бирә. Фестивалдә күтәрелгән мәсьәләләр, уртаҡлашҡан тәжрибәләр һәм яңы башланғыстар киләсәктә был хәрәкәтте тағы ла көслөрәк итергә, күберәк кешеләрҙең тормошон яҡтыртырға ярҙам итәсәк. Спорт, белем һәм эшҡыуарлыҡ - былар барыһы ла бергәләшеп, сикләүҙәрҙе еңеп сығыу юлындағы мөһим аҙымдар.