газета "Салауат"
+10 °С
Облачно
Йәмғиәт
17 Апреля , 08:11

Һөнәр менән танышыу фестивале

Инвалидтар һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында һөнәри оҫталыҡ буйынса «Абилимпикс» XII төбәк чемпионаты сиктәрендә Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжының икенсе корпусында балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн «Һөнәр менән танышыу фестивале» үтте. Унда «АбиАрт» Бөтә Рәсәй һәм алдынғы инвалидтар ойошмалары союзы» йәмәғәт берләшмәһе директоры, инвалидтар һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында һөнәри оҫталыҡ буйынса милли чемпионаттың ойоштороу комитеты ағзаһы Наталья Крель, Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы директоры Зөлфиә Ишембәтова ҡатнашты.

Һөнәр менән танышыу фестивалеҺөнәр менән танышыу фестивале
Һөнәр менән танышыу фестивале

Балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре киләсәктә кем генә булырға хыялланмай: кондитер, тегенсе, табип, төҙөүсе, янғын һүндереүсе, хатта танкист һәм космонавт.
- «Абилимпикс»тың балалар хәрәкәте әүҙем үҫешеүе шатландыра. Тәҡдим ителгән һөнәрҙәр исемлегенең киңәйеүе лә яҡшы күренеш. Был бик дөрөҫ һәм мөһим. Киләсәктә системаны балалар «Абилимпикс»ын төп чемпионаттың компетенцияларына тап килерлек итеп төҙөй алырбыҙ, тип ышанам. Был балаларға алдан аңлы рәүештә һөнәр һайларға мөмкинлек бирә. «Абилимпикс»ҡа ышаныс тағы ла артыр, тип өмөтләнәм. Шул сағында уға сәләмәтлеге менән етди проблемалары булғандар ҙа ҡушылыр. Уларҙың да киләсәктә, башҡалар кеүек, һөнәр һайлап, тулы ҡиммәтле тормош менән йәшәү хоҡуғы бар, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Наталья Крель.
Колледж директоры Зөлфиә Ишембәтова ла йыйылыусыларға мөрәжәғәт итеп:- «Абилимпикс»тың дуҫтарының көндән-көн артыуына шатбыҙ. Аҡыллы, берҙәм команданы күреү ҡыуаныслы. Балаларҙы ошо конкурсҡа әҙерләүҙә ҡатнашҡан уҡытыусыларға, остаздарға ҙур рәхмәт, - тине.
Программала һигеҙ компетенция тәҡдим ителде: «Робототехника», «Йәш тегенсе», «Йәш рәссам», «Йәш лаборант», «Йәш кондитер», «Пицца әҙерләү буйынса йәш оҫта», «Йәш маляр» һәм «Йәш ювелир». Эш башланыр алдынан бөтә балалар ҙа дәрестең тематикаһына ярашлы махсус форма кейҙе: лаборанттар - халаттар, күҙлек, ашнаҡсылар - алъяпҡыстар һәм башлыҡтар һ. б.
«Иван Иванович Кислородовтың лабораторияһы» иң ҡыҙыҡлыларҙың береһе булғандыр: унда нимәлер ҡайнай, шаулай. Бында балалар үҙҙәрен ысын лаборанттар итеп тойҙо. Ассистенттарҙың һиҙгер етәкселеге аҫтында балалар үҙ аллы мауыҡтырғыс тәжрибәләр яһаны.
- Беренсеһендә беҙ үҫемлек майы, һыу, аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә ҡулланылған тәбиғи буяу һәм аспирин ҡушып тәжрибә үткәрҙек. Икенсеһе - ванна өсөн «бомбочка». Бының өсөн сода, диңгеҙ тоҙо, буяғыс, балаларға массаж яһау өсөн май һәм лимон кислотаһы ҡулландыҡ. Бөтә ингредиенттарҙы ҡушып, махсус һауыттарға тултырҙыҡ һәм киптерергә ҡалдырҙыҡ. Уны бер тәүлектән һуң ҡулланырға була, балалар эшләгән әйберҙәрен өйҙәренә алып ҡайта. Уларға ике эш процесы ла бик оҡшаны. Үҙенсәлекле балалар өсөн был тәжрибәләрҙе «Абилимпикс» конкурсында ғына түгел, үҙебеҙҙең балалар баҡсаһында ла ҡулланабыҙ, - ти ассистенттарҙың береһе, 32-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Елена Киселева.
Ошо уҡ балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Ярослав Аникеев үҙенең киләсәген билдәләп тә ҡуйған: малай лаборант булырға хыяллана, сөнки уға тәжрибәләр үткәреү бик оҡшаған.
«Йәш рәссам» майҙансығында балалар ижади процесҡа сумды. Дәресте 33-сө балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Зинира Алтынбаева үткәрҙе.
- Ижади бәйгелә төрлө балалар баҡсаларынан биш тәрбиәләнеүсе ҡатнашты. Улар менән сағыу бәпембәләр үҫкән яҙғы аҡланды төшөрҙөк. Эш өсөн гуашь, төҫлө ҡәләмдәр һәм махсус әҙерләмәләр ҡулландыҡ. Был процесс бик мауыҡтырғыс булып сыҡты. Балалар эшкә ҙур теләк менән тотондо. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән булғанға, уларҙың ҡайһы берҙәренә ярҙам кәрәк булды, шулай ҙа ирекмәндәр, тәрбиәселәр һәм педагогтар ярҙамы менән бөтә балалар ҙа эште уңышлы башҡарып сыҡты. Бындай сарала беренсегә ҡатнашам. Балаларҙың яңы йүнәлештәрҙе ҡыҙыҡһынып үҙләштереүен күреү бик ҡыуаныслы. Бындай фестивалдәр кескәйҙәрҙең ижади һәләтен үҫтереп кенә ҡалмай, берләштерә лә. - тип уртаҡлаша Зинира Алтынбаева.
«Йәш кондитерҙар» майҙансығында балалар остаздар етәкселегендә тәмлекәс әҙерләне.
- Балалар глазурҙы үҙҙәре яһаны: бының өсөн йомортҡаның ағын күпертте, лимон һуты һәм шәкәр онтағы ҡушты. Алдан әҙерләнгән бисквиттарҙан бал ҡорттары формаларын ҡырҡып, уларҙы биҙәне. Эш процесы шул тиклем оҡшаны, ҡайһы берҙәре китергә лә теләмәне, - ти майҙансыҡ етәксеһе, 18-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ольга Горшенина.
1-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Алина Аҡҡолова был майҙансыҡта үҙен ысын хужабикә итеп күрһәтте. Ҡыҙ киләсәктә сәс киҫеү оҫтаһы булырға хыялланһа ла, унан шәп кондитер ҙа сығасағын иҫбатланы.
- Миңә бөтә процесс бик оҡшаны. Глазурь менән биҙәү айырыуса ҡыҙыҡлы булды. Өйҙә лә әсәйемә төрлө салаттар, бәлештәр эшләргә ярҙам итәм, - ти Алина.
Пицца әҙерләү майҙансығында айырыуса йылы мөхит хакимлыҡ итә ине, залға тәмле еҫтәр таралған, ә алъяпҡыстар кейгән бәләкәй кондитерҙар тырышып эшкә тотонған.
59-сы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Егор Стефановичтың өкө рәүешендәге пиццаһы үтә яҡшы килеп сыҡҡан, әммә малай киләсәктә янғын һүндереүсе булырға хыяллана.
- Пиццаны әҙерләүҙә бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ булманы, - тип уртаҡлаша Егор. Башта кетчуп һыланыҡ, һуңынан ит һәм сыр һалдыҡ. Өкөнөң күҙҙәрен зәйтүн емеше менән, суҡышын - боростан эшләнек. Өйҙә лә әсәйемә ярҙам итәм. Тик был - минең хобби ғына, үҫкәс янғын һүндереүсе булырға, кешеләргә ярҙам итергә теләйем, - тине малай өлкәндәрсә фекер йөрөтөп.
59-сы балалар баҡсаһынан педагог-психолог Гөлназ Ғилманова ҡыҙы тәрбиәләнеүсеһенең уңышына ихлас шатлана.- Егор бик тырышып эшләне, уның барыһы ла һәйбәт килеп сыҡты. Был - тырышлығыбыҙ һөҙөмтәһе, - тип уртаҡлашты ул. - Мин, башлыса, коррекцион төркөмдәге балалар менән шөғөлләнәм. Беҙ бер ҙур команда: психологтар, дефектологтар, логопедтар һәм тәрбиәселәр менән берлектә эшләйбеҙ. Тик шулай ғына һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин.

Һөнәр менән танышыу фестивале
Һөнәр менән танышыу фестивале
Һөнәр менән танышыу фестивале
Автор:Дина Галеева
Читайте нас