

- Өмәгә милләттәштәребеҙ менән йыл да сығабыҙ. Былтыр иртәрәк башҡарһаҡ был эште, быйыл ямғырҙар тотҡарланы, көндәрҙең матурланыуын көттөк. Милли батырыбыҙҙы тирә-яғын тәртиптә һәм таҙалыҡта тотоу - беҙҙең бурыс, ул халҡын һөйгән һәр милләттәшебеҙ өсөн ҡаҡшамаҫ рух, илһөйәрлек символы, ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып ҡала. Ул мәңгегә беҙҙең күңелдәрҙә, уның менән ғорурланабыҙ. Айырыуса «Аҡбуҙат», «Ағинәйҙәр» ойошмалары, ата-әсәләр комитеты ағзалары әүҙем. Ғаиләләрҙең балалары менән килеүе бигерәк шатландыра. Улар ошондай берҙәмлекте күреп, аңлап үҫә. Киләсәктә һәйкәл тирәләй сәскәләр ултыртырға ниәтләйбеҙ, - тип уртаҡлашты «Аҡбуҙат» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Илгиз Кәримов.
Өмә өсөн бөтә нимә алдан әҙерләнгәйне: тырмалар, бирсәткәләр, тоҡтар. Өмәлә ҡатнашыусылар һәйкәл тирәләй майҙанды көнкүреш ҡалдыҡтарынан, ҡороған үлән-япраҡтарҙан таҙартып, сүп-сарҙы тоҡтарға тултырҙы.
Регина Аҙнаева өмәгә улдары Артур, Арыҫлан менән килгәйне, хатта ике йәшлек Аслан да изге эштән ситтә ҡалмаған.
- Балаларҙы бала саҡтан уҡ тәбиғәтте һаҡларға, яратырға, тирә-яҡты таҙа тоторға, эшләп үҫергә өйрәтергә кәрәк. Бөгөн дә кешеләр менән аралашып, буш ваҡытты файҙалы уҙғарырға, ололарға ярҙам итергә, тигән уй менән бергә эшкә сыҡтыҡ. Шул уҡ ваҡытта был сара тәрбиәүи яҡтан да ҙур әһәмиәткә эйә - балаларыбыҙға Салауат Юлаевтың кем булыуы, ни өсөн уның милли батырыбыҙға әйләнеүе тураһында ла һөйләйбеҙ, - тип уртаҡлаша Регина Аҙнаева.