Йәмғиәт
10 Апреля , 12:04

Тәртип һәм таҙалыҡ - һәр кемдең хәстәре

Салауатҡа эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов килде. Ул хакимиәт, ойошмалар етәкселеге, ҡала халҡы менән осрашты, ҡаланың нисек йәшәүе менән ҡыҙыҡһынды, проблемалар тураһында һорашты.

Тәртип һәм таҙалыҡ - һәр кемдең хәстәреТәртип һәм таҙалыҡ - һәр кемдең хәстәре
Тәртип һәм таҙалыҡ - һәр кемдең хәстәре

ЯУГИРҘАРҒА ЯРҘАМ ҮҘӘГЕ
Ирек Сәғитов ҡалаға Ленин урамындағы 25-се йортта урынлашасаҡ Хәрби хәрәкәттәр ветерандарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү үҙәгендә булды һәм күргәндәренә юғары баһа бирҙе. Бында ремонт эштәре ике ай самаһы элек башланғайны. Үҙәк өсөн бинаны муниципалитет бирә, ә капиталь ремонтҡа 12 миллион һумды «Газпром нефтехим Салауат» компанияһы бүлә. Объекттағы эштәргә 2025 йылдың декабрендә «Империя Строй» яуаплылығы сикләнгән  йәмғиәтенең подряд ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре тотона. Әлеге ваҡытта эстәге эштәр тулыһынса тамамланған, тышҡы яғын ғына тәртипкә килтерергә һәм алтаҡтаны элергә ҡалған. 
- Алыҫтан һәм бөтә яҡтан күренеп торһон өсөн атаманың ҙур хәрефтәр менән яҙылыуы мөһим. Беҙ башҡа ҡалаларға һәм райондарға оҡшамаҫҡа тейеш, бының үҙенсәлекле, үҙебеҙҙең Салауаттыҡы ғына булыуы шарт. Бында инде һеҙгә бөтә фантазияны егергә кәрәк булыр, - тип мөрәжәғәт итте ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин брендбук буйынса үҙәктең берҙәм стилен булдырыу менән шөғөлләнәсәк шәхси эшҡыуар Наил Шафиҡовҡа.

ХАЛЫҠ ИМЕНЛЕГЕ ӨСӨН ЯУАПЛЫЛАР
Салауат ҡалаһының Авария-ҡотҡарыу отряды начальнигы урынбаҫары Алексей Синельников Ирек Сәғитовҡа 2024 йылда профилле дәүләт комитетының махсус тағылмалар - һыуҙа беренсе ярҙам күрһәтеү өсөн махсус ҡорамалдар менән йыһазландырылған мобиль пункттар бүлеү өсөн разнарядка төҙөүе тураһында һөйләне.
- Беҙ ҙә ғариза бирҙек, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был разнарядкаға эләкмәнек. Авария-ҡотҡарыу отрядында бөтә ерҙән дә үтә алған УАЗ автомобиле бар, уны беҙ һыуҙа  ҡотҡарыу өсөн комплектлайбыҙ. Әммә ҡайһы берҙә ашығыс рәүештә
ниндәйҙер эҙләү сараларына барырға кәрәк, һәм ҡорамалдарға артыҡ көс төшә. Махсус тағылма һыуҙа кешеләрҙе ҡотҡарыу эшендә ярҙам итер ине, - тип проблеманың асылын билдәләне Алексей Синельников.
- Һеҙ заявка биргәнһегеҙ икән, тимәк, исемлеккә ингәнһегеҙ. Бәлки, быйыл тағылмалар һатып алыуға финанстар бүлеү ҡаралмағандыр ҙа. Әгәр быға аҡса йүнәлтелһә, Салауатты исемлеккә индерелеүен контролдә тотормон. Һеҙгә ҙур рәхмәт. Салауат ҡалаһы халҡының именлеге өсөн көрәшкән әүҙем халыҡты хөрмәт итәм,- тине Ирек Сәғитов.

МАҠСАТТАРЫ - ҠАЛАҒА ФАЙҘАЛЫ БУЛЫУ
Артабан Ирек Сәғитовҡа ҡабул итеүгә Салауат ҡалаһы «Успенская» станицаһы атаманы Сергей Кулагин килде. Уҙған йылдың аҙағында ирекле халыҡ дружинаһы хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре менән бергә ҡала урамдарын патрулләй башлағайны. Сергей Кулагин уларҙы административ комиссияға индереүҙәрен һорап мөрәжәғәт итте.

- Административ комиссия муниципалитет ҡарамағында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙән  булдырыла. Һеҙ - йәмәғәт берләшмәһе, шуға күрә унда инә алмайһығыҙ. Әммә һеҙҙең процеста ҡатнашыу мөмкинлегеге бар, - тип аңлатты «БР Дәүләт бюроһы» учреждениеһы директоры, Рәсәй юристар ассоциацияһы ағзаһы Павел Хотемлянский.

Ирек Сәғитов был мәсьәләне нисек тормошҡа ашырып булыу мөмкинлеген ҡарарға вәғәҙәләне.
- МИҫал итеп Өфөләге Йәмәғәт именлеге үҙәген алайыҡ. Ул да элекке полиция хеҙмәткәрҙәренән тора. Улар полиция функцияһын үтәй тиерлек: административ протоколдар төҙөй, урамдарҙа, йорттарҙа хоҡуҡ тәртибен һаҡлауҙы тәьмин итә, бөтә сараларға йәлеп ителә. Мин бындай йәмәғәт ойошмаһының бөтә ҡалаларҙа ла булыуын теләйем. Кешеләрҙе дисциплинаға өйрәтеү мөһим, тәртип  һәм таҙалыҡ - һәр кемдең хәстәре, тип иҫәпләйем, ул саҡта ҡала иң таҙаһы, иң матуры, ә иң мөһиме - иң хәүефһеҙе буласаҡ, - тине ул.

Ирек Сәғитов шулай уҡ ҡала ЗАГС-ында, 5-се участка полиция пунктында ла булды. 

Ул шулай уҡ лайыҡлыларға наградалар тапшырҙы.

Был турала ентекле гәзиттең 15-се һанында уҡығыҙ.

Тәртип һәм таҙалыҡ - һәр кемдең хәстәре
Тәртип һәм таҙалыҡ - һәр кемдең хәстәре
Тәртип һәм таҙалыҡ - һәр кемдең хәстәре
Автор:Дина Галеева
Читайте нас